Мәғариф
23 Ғинуар 2024, 10:00

Яңы техника менән – яңы белемдәргә

Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары белем усағының ихтыяжын ентекләп өйрәнеп, төрлө йүнәлештә үҙ проекттарын тәҡдим итте.

Яңы техника менән – яңы белемдәргәЯңы техника менән – яңы белемдәргә
Яңы техника менән – яңы белемдәргә

Беҙҙең Сиҙәм урта дөйөм белем биреү мәктәбендә бөгөн тулҡынландырғыс ваҡиға – V-XI класс уҡыусылары үҙҙәренең инициативлы бюджетлау проектына әҙерләгән эштәре менән көс һынашты. Улар мәктәптең ихтыяжын ентекләп өйрәнеп, төрлө йүнәлештә үҙ проекттарын тәҡдим итте. Эштәр араһында “Яңы техника менән – яңы белемдәргә”, “Комфорт зонаһы”, “Лингофонлы кабинет”, “Тәҙрәләргә яңы һулыш”, “Милли костюм” кеүек проекттарҙы айырым билдәләп үтергә мөмкин.

Бөтәһе лә проекттарын юғары кимәлдә яҡлап, уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре менән дә таныштырҙы. Мәктәп уҡыусылары презентацияларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, сөнки бөтә проекттар ҙа белем усағы өсөн бик мөһим сыҡҡан ине. Әммә күпселек тауыш менән XI класс уҡыусыларының “Яңы техника менән – яңы белемдәргә” проекты еңеп сыҡты. Был аңлашыла, әлбиттә, беҙ бит компьютер технологиялары киң үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Уҡыу процесында ноутбук-компьютерҙар көндән-көн күберәк ҡулланыла: берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарына, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренә әҙерләнгәндә лә, көндәлек дәрестәрҙә лә бик кәрәк. Компьютер сараларының етерлек булыуы – уҡыусыларҙың өлгәш кимәлен үҫтереүҙең бер сығанағы булып тора. Ошоларҙы иҫәпкә алып һайланған проектыбыҙҙы алда республика конкурсы  көтә. Беҙҙең ҙур өмөттәр бағлаған проектыбыҙ, конкурс талаптарына яуап биреп, тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.

Гөлфиә САФИУЛЛИНА,

Сиҙәм урта мәктәбе.

Яңы техника менән – яңы белемдәргә
Яңы техника менән – яңы белемдәргә
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас