Мәғариф
23 Ғинуар 2024, 09:50

Заман менән бергә атлайбыҙ

Республикала ағымдағы йылда ла “Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” проекты старт алғас, Амангилде мәктәбе уҡыусылары ла был проектта ҡатнашыу теләген белдерҙе һәм ихлас эшкә тотондо.

Заман менән бергә атлайбыҙЗаман менән бергә атлайбыҙ
Заман менән бергә атлайбыҙ

Амангилде урта мәктәбенең үҙидара ойошмаһы бик әүҙем эшләп килә. Уҡыусылар мәктәп тормошонан тыш республика кимәлендәге төрлө проектарҙа тырышып ҡатнаша.

Республикала ағымдағы йылда ла “Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” проекты старт алғас, Амангилде мәктәбе уҡыусылары ла был проектта ҡатнашыу теләген белдерҙе һәм ихлас эшкә тотондо. Республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 5 проекттың берәүһен һайларға кәрәк. Бөтә проекттар ҙа мәктәбебеҙ өсөн мөһим ине: кулинария һәм ОБЖ кабинеттары, мәктәп радиоһы, ял итеү мөйөшө, интернет.

Уҡыусылар йыйылышында бөтә проекттарҙы ла яҡлағандан һуң, “Ял итеү зонаһы” проекты иң күп тауыш менән еңеү яуланы. Уны етәкләгән төркөм республика конкурсында ентекле әҙерләнә. Һабаҡташтарыбыҙға уңыштар юлдаш булһын!

 Альбина БАҠЫЕВА,

Амангилде урта мәктәбе уҡыусыһы.

Заман менән бергә атлайбыҙ
Заман менән бергә атлайбыҙ
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас