Юғары класс уҡыусылары советының яңы составы тауыш биреүгә 5 проект тәҡдим итте: “Беҙ беренсе” медиаүҙәге, “Күптән үткән көндәр музейы” заманса мәктәп музейы, мәктәп ҡурсаҡ театры, яңыртылған тамаша залы һәм “Креатив” түңәрәктәр берләшмәһе.
Проекттарҙы яҡлағандан һуң, мәктәптә йәшерен тауыш биреү уҙҙы. Күпселек тауыштар менән “Хыялымдағы тамаша залы” проекты еңеү яуланы. Ниәтебеҙ – тамаша залына проектор, экран, микрофондар һәм светомузыка ҡорамалы алыу. Республика конкурсында тағы ла еңергә насип булһын!
Ангелина ХӘЛИТОВА,
юғары класс уҡыусылары советы ағзаһы.