Мәктәптә проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында комиссия төҙөлдө, йыйылыш булып үтте. Йыйылышта комиссия уҡыусыларҙы проекттың маҡсаты, йүнәлештәре, норматив-хоҡуҡи документтары менән таныштырҙы. 8-11-се класс уҡыусылары мәктәп өсөн мөһим проблемаларҙы билдәләп, инициатива проекттарын тәҡдим итте. Бөтәһе биш проект: “Йәшел класс”, “Мәктәп музейы”, “Заманса йыһазландырылған химия кабинеты”, “Мәктәпкә – интернет”, “Хеҙмәт бүлмәһе”. Уҡыусылар тарафынан командалар төҙөлөп, проекттар буйынса йәнле эш башланды.
Проектта ҡатнашҡан командаларға уңыштар теләйбеҙ!
А. ХӘСӘНОВА,
уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.