Проекттың критерийҙарына ярашлы, уҡыусылар советы мәктәп эсендә ял зонаһы булдырыу, юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса тренажер кабинеты, мәктәп биләмәһендә территорияһында ял итеү паркы, заман талаптарына ярашлы китапхана һәм бөтә кабинеттарҙы ла интернет селтәренә тоташтырыу тураһында биш проект әҙерләп, уҡыусылар хөкөмөнә сығарҙы.
Конкурсанттар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Проекттар тауыш биреү юлы менән һайлауға ҡуйылды. Һөҙөмтәлә һәр кабинетты интерактив комплекслы интернет селтәренә тоташтырыу проекты 86,4 процент тауыш йыйып, еңеүсе тип табылды һәм республика этабында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Миңнура ӘХМӘҘИЕВА,
директор кәңәшсеһе.