+25 °С
Болотло
Асҡарҙа “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә мәғариф комплексы төҙөлөшө бара. Бында 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 160 бала һыйҙырышлы балалар баҡсаһы һалына.
Төҙөлөш ике этапта алып барыла. Тәүге этабы тамамланыу алдында - балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыуға әҙер тиерлек, әле мәктәпкәсә учреждение өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алына.