Мәғариф
13 Февраль 2024, 07:15

“МEDIA-старт” мәктәп киностудияһы ижадҡа ынтылыусылар өсөн!

“Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау” проекты дәүләт кимәлендә мәктәптәр тормошона иғтибар йүнәлтеүсе, маҡсатлы, әүҙем уҡыусыларҙың теләген бойомға ашырыусы проект ул.  Таштимер урта мәктәбе ағымдағы уҡыу йылында ла, башҡа бик күп мәктәптәр кеүек үк, унда ҡатнашырға теләк белдерҙе.

“МEDIA-старт” мәктәп киностудияһы ижадҡа ынтылыусылар өсөн!“МEDIA-старт” мәктәп киностудияһы ижадҡа ынтылыусылар өсөн!
“МEDIA-старт” мәктәп киностудияһы ижадҡа ынтылыусылар өсөн!

Мәктәп активы тауыш биреүгә биш проект тәҡдим итте: “Беҙ һәләтле” тамашалар залын реконструкциялау; мәктәп алдындағы майҙансыҡты асфальтлау; “МЕDIA-старт” мәктәп киностудияһын асыу; “ВИА” вокал-инструменталь ансамбль төҙөү; “Уҡсылар” тирын булдырыу.
Биш проект та уҡыусыларҙың иғтибарына еткерелде һәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә "МЕDIA-cтарт" мәктәп киностудияһы проекты еңеп сыҡты.

Еңеүселәрҙе республика кимәлендәге һынауҙар көтә. Һеҙҙең барлыҡ изге хыял, башланғыстарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ. Һәр өлкәлә лә ҙур уңыштар һәм матур еңеүҙәр генә юлдаш булһын!

Э. НӘЖМЕТДИНОВА,

тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас