Мәғариф
16 Февраль 2024, 10:47

Мәктәп тарихын барланы

Рауил мәктәбенә 25 йыл тулыу айҡанлы белем усағында матур сара уҙҙы.

1919 йылдың 26 декабрендә Совнаркомдың «Ликвидация безграмотности» тигән декреты ҡабул ителә. Уға ярашлы 8 йәштән 50 йәшкә тиклемге бөтөн кешеләр ҙә мәжбүри уҡырға, яҙырға өйрәтелә.
1929 йылдан халыҡ йәшәгән һәр ауылда мәктәптәр эшләй башлай. Башҡортостанда 250 мәктәп асыла. Ете класс, баштараҡ хатта дүрт класс белеме булғандар уҡытыусы итеп тәғәйенләнә һәм уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәтә. Мәктәп итеп мәсет-мәҙрәсәләр, буш торған өйҙәр файҙаланыла. Иҙәнгә ултырып уҡыйҙар, яҙалар. Төрлө ҡағыҙ киҫәктәре файҙаланыла, гәзит биттәре, магазинда аҙыҡ-түлек төрөлгән ҡағыҙ киҫәктәре лә дәфтәр итеп ҡулланыла. Уҡыу кәрәк-яраҡтарын сепрәк муҡсаларға һалып йөрөтәләр. Һуңыраҡ йоҡа таҡтанан сумка яһай башлайҙар. Ҡаҙ ҡанатының йыуаныраҡ ҡаурыйҙары яҙыу өсөн файҙаланыла. Бына шулайыраҡ башлана наҙанлыҡты бөтөрөү декретының тәүге аҙымдары.
Рауил ауылында ла Октябрь революцияһына тиклем балаларҙы мәҙрәсәлә уҡытҡандар. Шәһишәриф Әхмәтов үҙенең өйөндә үҙ ирке менән уҡыта башлай. Ә 1919 йылда башланғыс мәктәп асыла. Уҡытыу башҡорт телендә алып барыла, ғәрәп алфавиты буйынса уҡытыла. Малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡый, кистәрен иһә ололарҙы уҡыталар, ирҙәр мәктәптә, ә ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә уҡытыла. Мөхәмәтйән Ахунйәнов ир балаларға, Зәйтүнә Рәхмәтуллина ҡыҙҙарға белем бирә. 
1928 йылдан уҡытыу латин графика-һына күсерелә. Ошо йылдарҙа Мөғәлләм Мирхәйҙәров исемле уҡытыусы эшләгәне билдәле. 1925 йылдан 1961 йылға тиклем Шәрәф Йәнтүрин, Мәүлит Хажин, Юлдашбаев, Сара Ғәлекәева, Асия Сәл-мәнова, Мәрфуға Килдейәрова, Ғәлиә Борисова, Ишдәүләт Иҫәнғолов, Фирүзә Асҡарова, Бәхтийәр Шәкиров, Сәүҙә Ғибәҙуллина, Биккинина фамилиялы уҡы-тыусылар эшләй. 
1965 йылдан Рауил ауыл мәктәбендә Рауза Баһранова, Нәғимә Атауллина, Римма Шәһивәлиева, Нәзифә Әсәҙуллина уҡыусыларға белем бирә. Зөһрә Мәғәсүмова 1969 йылда эш башлай. Сәбиха Искәнйәрова йыл ярым Рауил ауылында уҡытҡан. Марс Ғәлләмов 1970 йылда Рауил ауылына эшкә килә.                                                           
1996 йылда үҙ эсенә балалар баҡсаһын алған ике ҡатлы мәктәп төҙөлә башлай. Ул йылдарҙа илдәге иҡтисад яғы ауыр осор булһа ла, шул йылдарҙа район хакимиәте башлығы булып эшләгән Нуретдин Хәлилов мәктәпте төҙөп сафҡа индереүҙе үҙ өҫтөнә ала. 1998-1999 йылдарҙа туғыҙ йыллыҡ мәктәп булып һанала. 1998 йылдан ҙур йәшелсә баҡсаһы булған Рауил урта мәктәбе коллективын Илдус Хәлилов етәкләй. 1999-2000 уҡыу йылынан мәктәп урта мәктәпкә әйләнә. 
2011 йылда Асҡар балалар йорто Рауилға күсерелә һәм мәктәп 9 йыл-лыҡҡа әүерелә. 2012 йылдың март айында филиал етәксеһе итеп Миңһылыу Булатова тәғәйенләнә. Ошо ваҡыттан белем усағы Ишҡол мәктәбенең филиалы булып һанала. Барлығы 7 класс  комплекты булған мәктәптең  5  уҡыу кабинеты, спорт залы, информатика кабинеты, мәктәп яны участкаһы бар. 
Мәктәптең уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Зилдә Килде-йәрова тантаналы сараны асып, әлеге мәктәп тормошо һәм уҡытыусылар коллективы менән таныштырҙы.
— Төп коллективта 11 тәжрибәле уҡытыусы иҫәпләнә. Улар район, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем  ҡатнаша, призлы урындар яулай. Уҡыусылар ҙа һынатмай: олимпиада, төрлө ижади конкурс, спорт ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары, — тине Зилдә Салауат ҡыҙы. — Мәктәбебеҙ коллективы бөгөн дә балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә ҙур көс түгеп  эшләй. Беҙҙең төп маҡсат – заман шарттарына яраҡлашҡан шәхес тәрбиәләү. Маҡса-тыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙ бер нисә йүнәлештә эш алып барабыҙ: балаларҙы үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртыусы, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыусы, зыялы, ижади фекерләү һәләтенә эйә, тапҡыр, ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылыусы ҡыйыу шәхес итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Үҙ илен, ерен яратҡан, уның менән ғорурланған, милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртҡан кеше тәрбиәләү өҫтөндә эшләйбеҙ, рухи-әхлаҡи сифаттарға эйә булған шәхес тәрбиәләргә ынтылабыҙ. Һәр баш-ланғысты күтәреп алыусы, йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаусы уҡытыусыларға һәм хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт!
Рауилдәрҙең шатлығын уртаҡла-шырға Ишҡол урта мәктәбенең профсоюз ойошмаһы етәксеһе Венер Боҫҡонов килгән ине. Ул белем усағына 15 мең һумлыҡ сертификат бүләк итте. Тағы ла намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район хакимиәте исеменән техник хеҙмәткәрҙәр Сажиҙә Усманова һәм Миләүшә Кәримоваға, район мәғариф бүлеге исеменән биология һәм химия уҡытыусыһы Миңһылыу Булатова һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәрисә Уйылдановаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. 
Сәхнә түренә шулай уҡ ошо мәктәптә эшләп киткән хаҡлы ялдағы хөрмәтле уҡытыусылар, тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсылар, мәктәп йылы булһын өсөн тырышып эшләүсе ҡаҙанлыҡ операторҙары, мәктәпте таҙа тотоусы техперсонал хеҙмәткәрҙәре күтәрелде. Улар белем усағы тураһындағы йылы, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, осрашыуға саҡырған мәктәп коллекти-вына оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Белем усағында уҡытып, эшләп киткәндәр араһында гүр эйәһе булған-дарҙы ла бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды улар. 
25 йыл эсендә мәктәп бинаһында ҡанат нығытҡан ҡошсоҡтарын да саҡырған ине рауилдәр. Тыуған мәктәбен һағынышып ҡайтҡан уҡыусылар бер миҙгелгә генә булһа ла тормош мәшә-ҡәттәренән арынып, мәктәп һуҡмағы аша үтте. Улар класташтары менән күреште, белем усағына изге теләктәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. 
Матур сараны мәктәп уҡыусылары башҡарыуында «Ватаным», «Мәктәп», «Беҙҙең ил», «Седая ночь», «Емеш-еләгем» исемле дәртле йырҙар, «Эй, һылыуҙар», «Беләҙегем-йөҙөгөм» бейеү-ҙәре биҙәне. Шулай уҡ 5-7-се класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән монтажда мәктәп, баласаҡ тураһында шиғырҙар яңғыраны. Ә 8-9 класс уҡыу-сылары талғын вальста өйөрөлөп, тамашасыларҙы бер минутҡа булһа ла мәктәп йылдарына алып ҡайтты.
Кисәне алып барған Миңлегөл Ҡаһарманова менән Нәрисә Уйылданова барлыҡ ҡунаҡтарға оло рәхмәттәрен еткерҙе. Бер-береһен һағынышып күрешкән уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһындағы сөкөрләшеүҙәр, үткәндәрҙе иҫкә алыуҙар сәй табыны артында ла дауам итте. 
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас