Дәүләттәрҙең ҙур шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Рәйсә Латипова, район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абса-ҙыева, мәғариф бүлеге начальнигының урынбаҫары Илнур Илһамов, бағыусы Ансар Өмөтҡужин килде.
«Новация» ял итеү үҙәген асыу хоҡуғы абруйлы ҡунаҡтар — Рәйсә Раил ҡыҙына, Вәсилә Сәғит ҡыҙына, Ансар Рәфҡәт улына һәм мәктәп директоры Ислам Ибраһим улына бирелде. Ал таҫманы ҡырҡҡандан һуң, беҙҙе сағыу төҫтәргә мансылған матур һәм иркен зал ҡаршы алды.
— Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар, саҡырылған ҡунаҡ-тар һәм уҡыусылар! Һеҙҙе ошондай мәртәбәле сарала күреүемә шатмын. Уҡыусылар матур мәктәптә белем алһын өсөн дәүләт беҙгә һәр яҡлап та ярҙам ҡулы һуҙа. 2021 йылда «Цифрлы белем биреү мөхите» проекты нигеҙендә мәктәпкә 28 ноутбук, принтер алынды, «Үҫеш нөктәһе» булдырылды. 2022 йылда капиталь ремонт яһалды. Быйыл иһә уҡыусыларҙың тырышлығы менән «Новация» ял итеү үҙәген асабыҙ. Хыялдар тормошҡа ашмай тиҙәр, бөтә көсөңдө һәм тырышлығыңды йүнәлтһәң, улар ысынбарлыҡҡа аша һәм ял үҙәген булдырыуҙа беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, бағыусыларға, коллективҡа һәм, әлбиттә, инициатив төркөмгә оло рәхмәттәремде еткерәм, — тип ихлас сәләмләне мәктәп директоры Ислам Сәлихов.
Рәйсә Раил ҡыҙы хәҙерге заманда уҡыусылар өсөн ниндәй генә мөмкинлектәр юҡлығын, бары тик идеяларҙы тормошҡа ашырыр өсөн киң даирәлә фекер йөрөтә белергә кәрәклеген әйтте һәм «Нова-ция» ял итеү үҙәгенең сағыу, матур килеп сығыуын билдәләне, уҡыусыларҙың тырышлығына һоҡланыуын йәшермәне.
— Дәүләт уҡыусылары электән алдынғылыҡты бирмәне. Артабан иһә тағы ла тырышып уҡырһығыҙ, яңынан-яңы файҙалы проекттар менән сығыш яһарһығыҙ. Һеҙҙән киләсәктә лә ҙур асыштар көтәм, — тине үҙенең сығышында Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
«Новация» ял итеү үҙәген булдырыу проекты менән сығыш яһаған инициатив төркөмдө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рита Хәсәнова етәкләгән. 9-сы класс ҡыҙҙары Диана Ғиззәтова, Рузина Килдейәрова, Элина Хисмәтова белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусыларҙың ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу тигән маҡсат менән ошо проектты тәҡдим иткән. Улар уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында «Беҙҙең мәктәпкә ял итеү үҙәге кәрәкме?» тигән һорау алыу ойошторған. Проекттың сметаһын, сығымдарын үҙҙәре һанап сығарған, презентация төҙөгән һәм уны уңышлы яҡлаған. Уҡыусылар әүҙем фекер алышҡандан һуң, тәҡдим ителгән проекттар араһында 91 процент менән ошо проект еңеп сыҡҡан.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 500 мең, район ҡаҙнаһынан 57 мең 646 һум аҡса бүленгән. Ҡалған 100 мең һумды бағыусылар Рәмис Нәсибуллин, Азамат Баязитов, Алмас Мәсәлимов, Ансар Өмөтҡужин, Илдар Мәхмүтов һәм мәктәп коллек-тивы, ата-әсәләр йыйған. Йы-йылған аҡсаға уҡыусылар өсөн телевизор, шахмат, шашка уйындары, футбол, теннис өҫтәлдәре, йомшаҡ ултырғыстар, дивандар, түңәрәк өҫтәл, кронштейн, музыкаль колонка, микрофонлы радиосистема, жалюзиҙар һатып алынған.
Тантаналы сарала Ислам Ибраһим улы ярҙам ҡулы һуҙған бағыусыларға мәктәп админи-страцияһы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Уҡыусылар хәҙер дәрестәр-ҙән һуң, тәнәфес ваҡытында йәиһә төштән һуң мәктәп усағындағы ял итеү үҙәгенә йүнәлә. Балаларҙың уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенә ярҙам итеү һәм таланттарҙы үҫтереү өсөн мәктәп базаһында ял итеү, аралашыу өсөн урын бул-дырылғас, ата-әсәйҙәр ҙә шат.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.