+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Март , 17:30

Электромеханика үҙәге буласаҡ

Ошо йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбе 1,2 миллиард һум федераль аҡса йәлеп итте, ул фәнде, инженерлыҡ белемен үҫтереүгә һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Электромеханика үҙәге буласаҡ
Электромеханика үҙәге буласаҡ

Ошо йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбе 1,2 миллиард һум федераль аҡса йәлеп итте, ул фәнде, инженерлыҡ белемен үҫтереүгә һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

- Иң ҙур бурыстар: матди-техник базаны үҫтереү, яңы фәнни йүнәлештәр асыу һәм республикала Рәсәй Федерацияһында беренсе һанлы электромеханика үҙәген булдырыу, - тип һөйләй ПИШ перспективалары тураһында уның етәксеһе Вячеслав Вавилов. - Был илдәге иң яҡшы кадрҙар әҙерләү, яңы техник системалар булдырыу, хеҙмәт баҙарында проблемаларҙы хәл итеүҙе тәьмин итерлек ғалимдар һәм студенттарҙы туплау нөктәһе буласаҡ.

Федераль гранттарҙан 515 миллион һум сервоприводтар үҙәген булдырыуға планлаштырылған, унда яңы ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Был уникаль импортты алмаштырыусы продукция сығарырға, Рәсәйҙең хәрби һәм граждан авиацияһы өсөн юғары һөҙөмтәле электр һәм гибрид көс ҡулайламаларын, агрегаттарын һәм уларҙың системаларын булдырыу буйынса донъя кимәленән юғарыраҡ глобаль фәнни-технологик мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. ПИШ ПАО КАМАЗ, АО СЭГЗ, НТЦ КОМПАС, АО ОДК кеүек индустриаль партнерҙар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә.

- Рәсәйҙә 50-нән ашыу инженер мәктәбе иҫәпләнә, тик беҙ генә электр машиналарын эшләйбеҙ, - тип билдәләне Вавилов. Электромеханика самолеттарҙа һәм пилотһыҙ аппараттарҙа, шулай уҡ бөтә донъя йәштәр уйындарында бейеүсе роботтарҙа бар. Был беҙҙең өлкә, һәм беҙ уны электромеханика мәктәбенә нигеҙ һалыусы Михаил Костенконың иң яҡшы Рәсәй традицияларында үҫтерәсәкбеҙ.

ФОТО:resbash.ru

Автор:
Читайте нас: