+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Март , 12:10

Ағымдағы йылда Башҡортостанда 31 мәктәп капиталь ремонтланасаҡ

Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса пландары тураһында социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров һөйләне.

Ағымдағы йылда Башҡортостанда  31 мәктәп капиталь ремонтланасаҡ
Ағымдағы йылда Башҡортостанда 31 мәктәп капиталь ремонтланасаҡ

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә,  быйыл республикала 31 мәктәпте ремонтлау күҙ уңында тотола, уларҙың алтауһында (Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында) мәктәптәр ағымдағы йылда уҡ яңырасаҡ, ә ҡалған 25 учреждениела ремонт ике йыл дауам итәсәк. 2025 йылда тағы ла 8 мәктәп ремонтланасаҡ.

“Ошо маҡсатта 2024-2025 йылдарҙа федераль бюджеттан 3,335 млрд һум аҡса йәлеп итәсәкбеҙ. Был беҙҙең мәғариф системаһына ныҡлы ярҙам буласаҡ”, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.

Федераль программа буйынса 2022 һәм 2023 йылдарҙа Башҡортостанда 140 мәктәптә ремонт башҡарылған.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: