+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Март , 10:35

Йылдың иң яҡшы уҡытыусылары кемдәр?

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йылдың иң яҡшы уҡытыусылары кемдәр?
Йылдың иң яҡшы уҡытыусылары кемдәр?

 

Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Бер нисә көн дауам иткән бәйгеләр барышында уҡытыусылар асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары күрһәтте, ата-әсәләр менән диалогта, матбуғат конференцияһында ҡатнашты.

Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле, матур сара рәүешендә барҙы. Быйыл был бәйгелә 55 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Улар араһында күрше өлкәләрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған уҡытыусылар ҙа бар ине.Бер нисә көн дауам иткән көсөргәнешле конкурстың бөтә этаптарын уңышлы үтеп, Благовещен ҡалаһының Михаил Киняшов исемендәге 6-cы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Фридрих ҡыҙы Дәүләтбаева, Нефтекама ҡалаһының 7-се мәктәбенән Эльза Сәғит ҡыҙы Ғилманова, "СМАРТ" 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы Ғирфанова,  Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы урта мәктәбенән Азалия Варис ҡыҙы Ибраһимова һәм Финанс университетының Өфө филиалы колледжынан Зарина Урал ҡыҙы Нәзирова финалға сыҡты. Был бәйгелә абсолют еңеүсе исеменә Баймаҡ районы мөғәллимәһе Азалия Варис ҡыҙы лайыҡ булды. 

Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатынан Эльвира Миңләхмәт ҡыҙы Арыҫланова - "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы",   Туймазы районының Райман ауылы мәктәбенән Римма Айрат ҡыҙы Арыҫланова - "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан Александра Сергеевна Половнёва "Йәш уҡытыусы" республика конкурсының еңеүсеһе буып танылды. Ә инде "Йыл уҡытыусыһы-2024" республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменә Өфө ҡалаһындағы Н.И. Кузнецов исемендәге 105-се гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Александрович Наумов лайыҡ булды.

Һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән балалар менән эшләгән педагогтарҙы дәртләндереү маҡсатында төрлө конкурстар үткәрелеп килә. Быйылғы "Дистанцияла белем биргән йыл уҡытыусыһы" бәйгеһендә Нефтекама ҡалаһынан Лилиә Аҡманова еңеү яуланы. Логопедия һәм дефектология буйынса Рәсәй конкурсының төбәк этабында Бөрө ҡалаһынан Ирина Горбунова - "Иң яҡшы логопед", Нефтекама ҡалаһынан Ильмира Ялалова "Иң яҡшы дефектолог" булып танылды. Был бәйгелә бөтәһе 71 педагог ҡатнашты.

Өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән "Кәрәҙҙәр" педагогтар марафонында Өфө ҡалаһы командаһы еңеү яуланы. Марафондың финалына биш команда сыҡты - улар Ишембай, Бәләбәй, Белорет, Ҡариҙел райондары һәм Өфө ҡалаһы командаһы уҡытыусылары. 

Еңеүселәргә аҡсалата сертификаттар, Маҡтау грамоталары, бағыусылар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Был көндә изге һөнәр эйәләренә ҡарата ихлас теләктәр яңғыраны, йыр-бейеүҙәр бағышланды.

Һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар билдәләнгән бындай бәйгеләр "Мәғариф" милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.

 

Автор:
Читайте нас: