+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель , 17:00

Республика фестивалендә еңеүсе

Тәүге тапҡыр мәртәбәле конкурста ҡатнашҡан Т.Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Айзилә Ғималова еңеү яуланы

Республика фестивалендә еңеүсе
Республика фестивалендә еңеүсе

 

Тәүге тапҡыр мәртәбәле конкурста ҡатнашҡан Т.Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Айзилә Ғималова еңеү яуланы.

28-29 мартта  М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында  «Йәштәр мәҙәни-ағартыу проекты – 2024» республика фестивале уҙҙы. Был сара ун йыл дауамында рус әҙәбиәте кафедраһы инициативаһы менән үткәрелә. Ул рус телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыуға, Башҡортостан республикаһы халыҡтарының мәҙәни-тарихи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән. Фестиваль йәш таланттарҙы асыуға, филологик белем биреүҙе үҫтереүҙә йәштәрҙең башланғыстарын яҡлауға йүнәлтелгән.

Ике көн дауамында проект сессиялары үтә, улар барышында мәктәп уҡыусылары, юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары, Башҡортостандың йәш педагогтары доклад менән сығыш яһаны. Айзилә Һиҙиәт ҡыҙының   «Школа наставников исследовательской деятельности "Растим будущего ученого-исследователя» исемле проекты беренсе урынға лайыҡ булды.

Йәш белгес беренсе тапҡыр ҙур аудиторияға сыҡҡан һәм уңышҡа өлгәшкән. Афарин, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: