+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Апрель , 16:25

Светлана – республика конкурсында еңеүсе!

Был аҙнала Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында Экология форумы һәм VII «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә һәм форум эшендә Рәсәйҙең 12 төбәгенән 80-гә яҡын компания, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Беларусь Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты

Светлана – республика конкурсында еңеүсе!
Светлана – республика конкурсында еңеүсе!

«Эко Арт» айырым майҙансығында республика уҡыусыларының «Кәрәкмәгән әйберҙәрҙән миллион тәҡдим» конкурсында еңеүселәрҙең икенсе  сеймалдан һәм көнкүреш ҡалдыҡтарынан эшләнгән арт-объекттар күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

Башҡортостан тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Н. М. Фазылов һәм Рәсәй Федерацияһы Экология министрлығының Дәүләт сәйәсәте һәм көйләү департаменты директоры  И. Ю. Макарова күргәҙмәне ҡарарға килде. Республика конкурсына 500-ҙән ашыу күргәҙмә эштәре ҡаралды  һәм йомғаҡ яһалды. Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ш. Ғ. Фәррахов еңеүселәрҙе ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. Ошо ҙур күләмле конкурста Светлана Мельникова 1 урын өсөн диплом менән бүләкләнде. Светлана район балалар ижады йорто тәрбиәләнеүсеһе, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбендә уҡый. Ул республика күләмендә үткән конкурстарҙа беренсе тапҡыр уңыш яуламай. Мәҫәлән, ”Зажигай! Могучий Урал!”, конкурсында күҙҙең яуын алырҙай мәсет макетын эшләп, беренсе урынға лайыҡ булды.  1000-дән ашыу эш  ҡаралған  “Живой символ”  конкурсында ла еңеү яулаған. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә өҫтәмә белем биреү педагогы  Гөлфирә Сабир ҡыҙы Хәкимова ярҙам итә. 23 йыл мәғариф системаһында фиҙаҡәр хеҙмәте ­­­­­­өсөн Гөлфирә Сабир ҡыҙы район хакимиәтенең һәм Башҡортостан Республикаһының мәғәриф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. 2022-2023 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса ул “Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү педагогы ”  исеменә лайыҡ булды. Светланаға һәм уның етәксеһенә артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Светлана – республика конкурсында еңеүсе!
Светлана – республика конкурсында еңеүсе!
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: