+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Апрель , 12:55

“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы саҡыра!

8 апрелдән 28 майға тиклем донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрендә һөйләүселәрҙең «Һаумы, хаумы, әкиәт!» төбәк-ара конкурсы уҙа.

“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы саҡыра!
“Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы саҡыра!

Конкурс Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен һәм мәҙәниәттәрен һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

Конкурста мәктәптәрҙең, өҫтәмә белем биреү ойошмаларының 1-4-се класс уҡыусылары, фольклор коллективтары, шулай уҡ ғаилә фольклор коллективтары ҡатнаша ала.

Конкурс «Яңғыҙ башҡарыу» (әкиәтте тасуири уҡыу); «Әкиәтте сәхнәләштереү»; «Халыҡ әкиәттәре мотивы буйынса һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы» йүнәлештәре буйынса ойошторола.

Конкурста ҡатнашыу өсөн «Яңғыҙ башҡарыу», «Әкиәтте сәхнәләштереү» номинацияларында конкурстың муниципаль этабында еңеүселәрҙең сығыштары төшөрөлгән видеояҙма номинацияһының исемен, ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ғаризаларҙы күрһәтеп, 2024 йылдың 24 апреленә тиклем электрон почтаға: [email protected] адресына ебәрергә кәрәк.

«Халыҡ әкиәттәре мотивы буйынса һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы» номинацияһында ҡатнашыусыларҙың эштәрен 2024 йылдың 3 майына тиклем Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 107 адресы буйынса ғариза менән бергә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына ебәрергә кәрәк. Был номинацияла конкурстың муниципаль этабында еңеүселәрҙең эштәре генә ҡабул ителә.

Автор:
Читайте нас: