Мәғариф
7 Июня 2024, 05:43

Мәктәптә хәрби ҡаласыҡ булдырылды

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыларының хәрби ҡаласыҡ булдырыу теләге бойомға ашты. «Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проекты»на тәҡдим ителгән проект республика конкурсында хуплау тапты.

Проектты финанслауға 500 мең һум күләмендә аҡса бүленгән. Хәрби ҡаласыҡ өсөн кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алып, мәктәп стадионында ҡороп-урынлаштырыуға байтаҡ ваҡыт киткән. Шуға күрә уны тантаналы асыу уҡыу йылының һуңғы аҙнаһына тура килде. Ләкин быға көлөп ҡарау һис тә урынһыҙ. Мәктәп стадионы йыл әйләнәһенә асыҡ, эргә-тирәләге торлаҡ кварталдарҙа йәшәгән балалар йәйге каникул ваҡытында ла хәрби ҡаласыҡта шөғөлләнә ала. Унан инде өс айҙың елеп үткәненә күҙ ҙә эйәрмәҫ — 1 сентябрҙең еткә-нен һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ.
— Яңы уҡыу йылында ОБЖ дәрестәрен күбеһенсә асыҡ һауала үҙебеҙҙең хәрби ҡаласыҡта уҙғарасаҡбыҙ, кәрәкле ҡорамалдар — тир, лабиринт, ҡаршылыҡтар һыҙаты, спорт стенкалары менән йыһазландырылған комплекс практик дәрестәр уҙғарыу өсөн бик ҡулай. Бында шулай уҡ «Зарница» уйындары, район ярыштары үткәрергә лә була, — тине тантанала мәктәптең «Ягуар» хәрби-патриотик клубы етәксеһе, ОБЖ уҡытыусыһы Ә. Х. Абдрахманова.
Директор М. Й. Ямалова хәрби-патриотик тәрбиә темаһының көнүҙәклеген билдәләп, мәктәп биләмәһендә хәрби ҡаласыҡ барлыҡҡа килеүе хәҙерге ваҡытта бик кәрәк тине һәм был идеяны уҡыусыларҙың проект итеп күтәреп сығыуын хупланы. Үҙҙәренең башланғысы менән төҙөлгән ҡаласыҡты уҡыусылар ҡәҙерләр, емермәҫ тигән уйҙа булыуын да әйтте ул.
Таҫма киҫеү йолаһы үтәлгәс,  «Ягуар» клубы ағзалары Илдар Әмиров һәм Олег Стрелков яңы комплекста күрһәтмә күнекмәләр менән сығыш яһаны.
Тантанала Еңеү көнөндә үҙәк майҙан сәхнәһендә сығыш яһа-ған 4-се класс уҡыусылары «Ҡо-рал менән дефиле» күрһәтте, «Битва хоров» конкурсы еңеүсе-ләре булған 2-се «а» класы уҡыусылары үҙҙәренең хәрби йырын башҡарҙы.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас