Мәғариф
7 Июнь 2024, 05:48

Сәхнәлә - сәнғәт мәктәбе

Себеште көҙ һанаһалар, уҡыу йылы йомғаҡтарын май аҙағында барлайҙар. Йыл дауамындағы уҡыусылар нимәләргә өйрәнгән, ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшкән — Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләр алдында отчет концерты менән сығыш яһаны.

Йыл һайын уҙғарылған отчет концерты яңынан-яңы талантлы исемдәрҙе аса. Был тәбиғи ҙә: берәүҙәр музыкаль белем үҙләштереүен тамамлап мәктәптән китеп тора, уларҙың урынына бәләкәйҙәр килә, ҡалғандарҙың да йылдан-йыл оҫтара, сәхнәлә батырая барыуын күҙәтеүе ҡыҙыҡ. Ағымдағы уҡыу йылын йомғаҡлау концерты Ғаилә йылы билдәһе аҫтында уҙҙы. Һәләтле балалар үҙҙәренең иң сағыу сығыштарын, әлбиттә, ҡәҙерле ата-әсәләренә арнаны. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла Тыуған илде яҡлаған ғәзиз атайҙар өсөн дә илһөйәрлек рухы менән һуғарылған номерҙар бағышланды. 
Йәш быуынды үҫтереү һәм тәрбиәләүгә сәнғәт мәктәбенең педагогик коллективы ҙур өлөш индерә. Улар рухи маяҡтар билдәләй, һәр балала талант бөртөгөн эҙләп табып, уға асылырға ярҙам итә, мәҙәниәтле кеше итеп үҫтерә, сәнғәт өлкәһенә шәхестәр әҙерләй. Мәктәп директоры Г. Ә. Нияҙғолова уҙған уҡыу йылына йомғаҡ менән сығыш яһаны. «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль проекты буйынса сәнғәт мәктәбенән биш остаз Гнесиных исемендәге Мәскәү музыка академияһында квалификацияны үҫтереү курстарын үткән, үҙәренең һөнәри кимәлен күтәргән. 2023-2024 уҡыу йылы, ғөмүмән алғанда, мәктәп өсөн яңы ижади бейеклектәр яулауҙа сираттағы үҫеш баҫҡысы булған. 17 йүнәлеш буйынса 494 уҡыусы белем алған. Әйткәндәй, уҙған уҡыу йылында тынлы-һуҡма инструменттар һәм гитара кластары асылған. Мәктәптә 26 ижади коллектив эшләй, шуларҙың өсәүһе — «Тамъян» ҡурайсылар, «Фан-тазия» һәм «Йондоҙ» хореография ансамблдәре «өлгөлө» исемен йөрөтә. Ижади коллективтар, яңғыҙ башҡа-рыусылар мәктәптең һәм райондың концерт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында тематик осрашыуҙар һәм концерттар уҙға-рылған. Һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыусыларҙың эштәре үҙәк китапханала, шулай уҡ сәнғәт мәктәбендә ойошторолған күргәҙ-мәләрҙе биҙәгән. Уҡытыусылар йыл дауамында «Пушкин картаһы» буйынса төрлө йүнәлештәр буйынса өлкәндәр һәм балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре биргән. Сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре оҫталығын һәм һөнәри кимәлен абруйлы конкурстарҙа һынаған. 300-ҙән ашыу бала төбәк, республика, ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге 45 конкурста ҡатнашҡан, хатта Сочи, Мәскәү ҡалаларында ла сығыш яһаған, 165 йәш талант эйәһе еңеү яулаған. Быйыл Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе үҙ диуарҙарында тәүге тапҡыр һыҙғыслы-ҡыллы музыка ҡорамалдарында уйнаусыларҙың «Тылсымлы һыҙғыс» төбәк конкурсын уҙғарған. Унда Урал аръяғы рай-ондарынан һәм Силәбе өлкәһенән 60-тан ашыу йәш музыкант көс һынашҡан. Һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыусылар Ватан һаҡлаусыларҙың портреттарын төшөрөү буйынса төбәк патриотик конкурсында ҡатнашҡан, йәш рәссамдар Асҡар сәнғәт мәктәбенең элекке сығарылыш уҡыусыһы — кадр офицеры, лейтенант, Батырлыҡ ордены кавалеры Таминдар Ғәлиуллинды һүрәтләгән. Конкурстың бағыусылары булып сығыш яһаған МХО-ла һәләк булған батырҙарҙың әсәләрен — Д. Ҡ. Ғәлиуллинаны һәм Ә. Ғ. Ғиләжеваны әлеге концертҡа саҡырып, мәктәп исеменән рәхмәт әйтеп гөлләмә бүләк иттеләр.
Сәнғәт мәктәбенең төп матди-техник базаһын, әлбиттә, музыка ҡоралдары тәшкил итә. Отчет осоронда муниципаль бюджеттан бүленгән һәм бюджет булмаған сығанаҡтарҙан килгән аҡсаға яңы инструменттар һәм комплектлаштырыусы элементтар, атап әйткәндә, ксилофон, скрипкалар, гитаралар, ҡурайҙар, ҡылдар һәм һыҙғыстар, аяҡ подставкалары һатып алынған. «Тамъян» ҡурайсылар ансамбленә яңы сәхнә костюмдары тектерелгән. 
Йылдағыса отчет концерты ба-рышында иң яҡшы уҡыусыларға, конкурстар еңеүселәренә мәктәп администрацияһының стипендиялары тапшырылды. 2023-2024 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса уға домра класының 5-се класс уҡыусыһы, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Камилла Хәсәнова (уҡытыусыһы Г. Ә. Нияҙғолова), һынлы сәнғәт класының 5-се класс уҡыусыһы, төбәк конкурсы лауреаты Филиә Әхтәмова (Г. Ғ. Тутаева), ҡыллы инстру-менттар бүлегенең скрипка класында 7-се класты тамамлаусы Гөлсибәр Баһранова (Л. З. Нәбиева) лайыҡ булды. 
Ә концерт тәмле генә булды. Ҡатнаш хорҙа, вокал ансамблдә йырлаусылар, дуэт һәм яңғыҙ башҡа- рыусылар илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырҙар менән сығыш яһаһа, хореография класында шөғөлләнеүселәр бейеү сәнғәтенең классик, халыҡ һәм заманса өлгөләрен бик оҫта итеп башҡарҙы. Ә инде инструменталистарҙың сығышы юғары кимәле менән хайран итте. Сихри музыка, ноталар телен белгән йәш башҡарыусылар роялде лә, ҡылҡумыҙҙы ла, скрипканы ла, баянды ла, домраны ла, саксафонды ла, ҡурайҙы ла, думбыраны ла еңел генә буйһондорҙо. Оркестрҙың, ансамблдәрҙең тигеҙ сығыштары һоҡландырҙы. Вокал ансамбль сығышын музыкаль яҡтан скрипкасылар оҙатты. 
Балаларҙың тырышлығы һәм уҡы-тыусыларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте дөйөм концерттың уңышлы үтеүенә алып килде. Тамаша ҡылыусы ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, туғандар барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас