Мәғариф
14 Июнь 2024, 06:17

Ярыштылар ҙа, күңел дә астылар

Районда мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында йәйге слет уҙҙы. Сараның маҡсаты — мәғариф өлкәһендә эшләүселәр араһында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, уларҙы физик күнегеүҙәр менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, был өлкәләге алдынғыларҙы асыҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ине

Элекке һабантуй урыны мәғариф хеҙмәткәрҙәренән торған 10 команданы йыйҙы. Ә бәйгене ойоштороусылар — «Сулпылар» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре. Матур буйһынлы, спорт кейемендәге тәрбиәсе-туристар тантанаға теҙелде. Сарала ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева сәләмләне. 
— Бөгөн мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында йәйге слетта бөтәгеҙҙе лә ҡайнар сәләмләйем. Бөгөн беҙҙә байрам. Слет «Берҙәмлектә көс!» девизы аҫтында үткәрелә. Барығыҙ ҙа уңышҡа өлгәшһен, аралашыуҙан күңелдәрегеҙ күтәрелһен һәм, әлбиттә, педагогик коллективтар араһында дәрт һүнмәһен. Бөгөн уңыш һәр кемгә йылмайһын, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
Шулай уҡ Әбйәлил районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы исеменән Айҙар Хәкимов, район мәғариф бүлегенең баш белгесе Зөлфирә Әһлиева ла ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңыштар теләне. 
Иртәнсәктән ҡояш нурҙарын һис йәлләмәй йылыһын өләшһә лә, «Сулпылар» балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бәйгелә ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләп, заманса бейеүгә төшөү менән ямғыр ҡоя башланы. Ләкин ҡырҡ төрлө ата-әсәнең ҡырҡ балаһын да бер йоҙроҡҡа туплап тотҡан, кескәйҙәр менән бәйле әллә ниндәй хәлдәрҙән сыға белгән тәрбиәселәрҙе ямғыр ғына ҡурҡыта буламы ни!? «Шәкәр, тоҙ түгелбеҙ әле, иремәҫбеҙ әле» тип ярышта ҡатнашыусылар ҙа бейеүгә ҡушылды. Шундай көр күңелдәр, дәртле бейеүҙәр менән бәйге башланып китте.
Бәйгенең положениеһына ярашлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре бер нисә этапта үҙ-ара көс һынашты. Тәүге этап — «Ви-зитка». Бында һәр балалар баҡсаһы, төбәк методик ойошмаларына ингән балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренән торған үҙҙәренең командаһының исеме, девизы менән таныштырҙы, күстәнәскә йыр-бейеүҙәре лә булды. 
Артабан «Икмәк — бөтәһенә баш» эта- бында командалар үҙҙәренең туҡталҡа-һында милли ризыҡтар әҙерләргә тейеш ине. Бында ла мәғариф хеҙмәткәрҙәре һис һынатманы: рус, татар, шулай уҡ үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ ине өҫтәлдәрҙә!? Баһалама ағзаларын таҡмаҡлап та, шиғырҙар менән дә сәләмләне улар. Теге йәки был ризыҡты әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты улар.
Бәйгенең өсөнсө этабы спорт ярыштарын үҙ эсенә алған ине. Бында ҡатнашыусылар һауа менән тултырылған итектәр кейеп  шәп итеп йүгерергә, туннель аҫтынан үтергә, ҡарышлауыҡ кеүек шыуышырға, кәмәләрҙә йөҙөргә һәм кәүҙә менән әйләнергә тейеш ине. Төрлө ҡыҙыҡлы элементтарҙы үҙ эсенә алған спорт ярыштары күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте. 
Көн оҙоно барған ярыш бик сәмле, ҡыҙыҡ һәм ҡыҙыу барҙы. Тәғәйенләнгән судьялар күҙ яҙлыҡтырмай һәр күренеште күҙәтеп торҙо. Тулы әҙерлекле, бер иш кейемдә килгән командалар маҡтауға лайыҡ. 
Төрлө спорт төрөндәге ярыш тамам-ланып, судьялар һөҙөмтәләр сығарып бөткәс, бәйге тантаналы шарттарҙа ябылды. Ярышҡан командалар араһында иң етеҙе, иң шәбе тип Йәнгел методик ойошмаһына ҡараған балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре табылды. Икенсе урынды «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы коллективы яуланы. Өсөнсө урында Красная Башкирия методик берекмәһенекеләр билдәләнде. Еңеүсе һәм призер коман-далар маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Бүләкләү тантанаһында Вәсилә Сәғит ҡыҙы слетты ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ойошторғаны өсөн «Сулпылар» балалар баҡсаһы коллективына рәхмәт белдерҙе. 
— Һәр команда үҙенең иң яҡшы си-фаттарын күрһәтергә һәм еңергә тыры-ша. Слетта дуҫлыҡ, үҙ-ара аңлашыу һәм бер-береңә ярҙам итеү атмосфераһы хакимлыҡ итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәренке, шуға күрә бүләкләү тантанаһында барыһы ла бер-береһен ҡотланы, шатлыҡтары менән уртаҡлашты, — тиҙәр «Сулпылар». 
Команда ағзалары заданиелар үтәгән арала, ҡалған мәғариф хеҙмәткәрҙәре усаҡ яҡты, төшкө аш әҙерләне. Һауа шарттары, ямғыр яуып, бер аҙ боҙолоуына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың кәйефенә бер-ниндәй ҙә йоғонто яһаманы. Тәрбиәселәр үҙ-ара аралашты, һәләттәрен күрһәтте һәм яҡшы ял итте. Быйылғы слет яҡшы кәйеф, көс-дәрт һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итте. 
Гөлфиә ХӘСӘНОВА. 

Читайте нас