Туристик слет — уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡәҙерләгән күптәнге йола, слет күп ауырлыҡтарҙы еңеп, команданы бер бөтөнгә әйләндереүсе, тулаусы сара. Быйыл да туристик слетта үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеү өсөн район мәктәптәренән 22 команда йыйылды.
Слетты асыу тантанаһында уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров һәм мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева сәләмләне.
— Уҡыусыларҙың һаулығын нығытыу, уҡыусыларға патриотик һәм физик тәрбиә биреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәш туристарҙың ту-ристик оҫталығын арттырыу, райондың иң көслө командаларын асыҡлау маҡсаты менән туристик слетты ойошторҙоҡ. Рәхәтләнеп ял итегеҙ, көс һынашығыҙ, бөгөнгө сара иң-иңдәрҙе асыҡлаһын, — тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы.
Айғырбатҡан утары ул көндө һа-бантуйҙай гөрләп торҙо. Һәр мәктәп үҙенең туҡталҡаһын булдырған, һәр команданың үҙ формалары, яҡшы йыһазландырылған лагерҙары, палаткалары бар ине.
Турслет программаһы бай булды: спорт буйынса район беренселеге (шәхси команда ярыштары), «Бивак», художестволы ижад, һүрәттәр конкурстарында командалар ярышты. Еңеүсе булыр өсөн уларға алда әйтелгән этаптарҙы лайыҡлы үтергә кәрәк ине. Көндөң үтә эҫе тороуына ҡарамаҫтан, уҡыусылар көр күңелле, дәртле ине, уларға спорт һәм ижади конкурстарҙа үҙҙәрен күрһәтеү өсөн бөтә мөмкин-лектәр ҙә булдырылғайны.
Ҡаршылыҡ һыҙаттары һабантуй байрамы биләмәһенең иң матур мө-йөштәрендә оҫта урынлаштырылғай-ны. Бында командалар шартлы зыян күреүсегә беренсе ярҙам күрһәтте, объекттың алыҫлығын, бейеклеген, үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы билдәләне, компас менән эшләне, дөйөм һаҡланыу костюмында йүгерҙе, аҫыл-малы күперҙе үтте, ағастың контроль билдәһенә тиклем күтәрелде, усаҡ яғып күрһәтте һәм уның төрҙәрен атаны. Тағы ла тыуған яҡты өйрәнеү, маятник, ф тоҙағы, «үрмәксе» кеүек станцияларҙы уҡыусылар етеҙ генә үтте.
«Беҙ — патриоттар» (тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм экологтар) тема-һына командалар араһында стенга-зеталар конкурсы уҙҙы. Бында жюри ағзалары стенгазеталарҙың темаға тап килеүен, биҙәлешен, үҙенсәлеген баһаланы.
«Туристар — тыуған ил патриот-тары» художестволы ижад конкурстарында ла уҡыусылар һынатманы, һәр мәктәп уңышлы сығыш яһаны.
«Бивак» этабында жюри ағзалары командаларҙың йәшәү рәүешен, аш әҙерләү, ял итеү урындарын тикшерҙе. Һәр туҡталҡаның эстетик биҙәлешенә, зауыҡлы мөйөштәргә, мәктәптәргә генә хас айырым элементтарҙың булыуына иғтибар итте.
Туристик слеттың һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары лайыҡ булды. Икенсе урынды Һамар һәм Ишҡол урта мәктәбе уҡыусылары бүлеште. Өсөнсө урында Тупаҡ һәм Красная Башкирия уҡыусылары еңеүсе тип табылды.
Сарала командаларҙың юғары хәрби рухы һәм яҡшы кәйефе тойолдо. Турслет бөтә ҡатнашыусылар өсөн ысын байрамға әйләнде. Һәр команда еңеүгә һәм үҙ мәктәбенә дан килтереү өсөн тырышты, уҡыусылар арып-талып таралышты.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.