Фонд «Bashword» һәм «Эшлекле башҡорт теле» мобиль ҡушымталарын булдырыуҙы ойоштора.
"Эшлекле башҡорт теле" мобиль ҡушымтаһы эшлекле аралашыу мәҙәниәте, үҙаллы эшләү өсөн төп теоретик мәғлүмәттәрҙе һәм рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса берләштергән интерактив уҡыу әсбабы булып тора. «Әлләсе», «IQbalaBash» һәм «ИНОФОН BASH» балалар өсөн мобиль ҡушымталарын камиллаштырыу өҫтөндә эшләү ҙә уңышлы бара.
Бына ошо цифрлаштырылған уҡыу әсбаптары менән ҡулланыу уңайлымы икәнлеген хеҙмәт юлын башҡорт телен үҫтереүгә, уны һаҡлауға бағышлаған БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмованан һораштыҡ.