+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август , 07:30

Башҡортостанда 500 меңдән ашыу уҡыусы парта артына ултырасаҡ

Республика мәктәптәрендә 524,8 мең бала, шул иҫәптән 48 мең беренсе класс уҡыусыһы һәм Донбастан 200 бала өсөн уҡыу йылы башлана. Тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә үтәсәк.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда  500 меңдән ашыу уҡыусы парта артына ултырасаҡ
Башҡортостанда 500 меңдән ашыу уҡыусы парта артына ултырасаҡ

 Быйылдан махсус ихтыяжлы балалар өсөн айырым төрлө туҡланыу индерелә. Республика бюджеты иҫәбенә 17 автобус һатып алынған. Шулай уҡ, Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, Башҡортостанға тағы 50 мәктәп автобусы килеүе көтөлә.

      Белем биреү учреждениеларын яңыртылған стандарттарға ярашлы дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса эштәр дауам итә, бының өсөн республика бюджетынан 1,3 миллиард һум аҡса бүленгән. Аҡсаны шул иҫәптән туған телдәрҙә дәреслектәр һәм әсбаптар һатып алыуға йүнәлтелгән. Уҡыу программаһына яңы предмет, Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре предметы индерелә. Был дисциплинаны уҡытыу өсөн йәй дауамында бер меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләнгән. Улар өсөн көҙгөһөн «Патриот»паркында практик уҡыу йыйылыштары үткәреләсәк. Белем көнөндә Өфөлә, Күмертауҙа,Стәрлетамаҡта, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бишбүләк райондарында алты яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: