0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август , 18:50

Барыһы ла балалар өсөн!

Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия уҡыусылары менюны үҙҙәре һайлай. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Барыһы ла балалар өсөн!
Барыһы ла балалар өсөн!

Ошо көндәрҙә капиталь ремонт эштәре тамамланған Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназиялағы яңылыҡтарҙың береһе – ул мәктәп рестораны. Республикала мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың бындай форматы тәүге тапҡыр индерелә икән. Балалар менюның төрлө варианттарынан сығып, үҙҙәренә ашарға һайлай аласаҡтар.

2 сентябрҙән бында 750 уҡыусы һәм 120 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе уҡыясаҡ.

 Бында “Мәғариф“ милли проектына ярашлы яңы ҡорамалдар ҡуйылды. Шулай уҡ төбәктә тәүге мәктәп рестораны ошонда уҡ барлыҡҡа киләсәк икән.

Капиталь ремонтҡа тиклем корпуста “Березка” шифахана-профилакторийы урынлашҡан булған. Реконструкция ваҡытында бинаның тәҙрәләре, инженер селтәрҙәре алмаштырылған. Дәрестәр өсөн мобиль һәм стационар информатика кабинеттары, интерактив панелдәр һәм лазер принтерҙары һатып алынған. Мәктәп яны биләмәһендә заманса спорт ҡорамалдары һәм хәүефһеҙ уйын майҙансыҡтары ҡуйылған.

Гимназиялағы яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр "Мәғариф" милли проекты нигеҙендә башҡарылған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: