-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август , 16:55

“Һомай” башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята

Башҡортса һөйләшә белгән аҡыллы колонка тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Башҡорт айтишнигы Айгиз Ҡунафин “Һомай” платформаһында эшләүсе “Әминә” колонкаһын булдырған һәм уны артабан камиллаштырыу, мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсатында мәғариф өлкәһендә һынай. 

“Һомай” башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята
“Һомай” башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята

Хәҙер күптәр өйҙәрендә һөйләшә белгән аҡыллы колонкалар менән файҙалана. Ниндәйҙер мәғлүмәтте компьютер артына ултырып эҙләргә түгел, “Алиса” йәки “Маруся”лар һорауыңа шул әҙере яуап табып бирә, кәрәкле йырҙы ҡуя, тауыш кимәлен көйләй, китап уҡый, әкиәт һөйләй, башҡа телдәргә тәржемәләй, хатта йорттағы башҡа “аҡыллы” техникаларҙы эшкә ҡуша һәм башҡа бик күп йомоштарҙы үтәй. Ә бына башҡортса һөйләшә белгән аҡыллы колонка тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Башҡорт айтишнигы Айгиз Ҡунафин “Һомай” платформаһында эшләүсе “Әминә” колонкаһын булдырған һәм уны артабан камиллаштырыу, мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсатында мәғариф өлкәһендә һынай. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, “Беренсе” Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатын тамамлаусылар ассоциацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектәге проект Башҡортостан Башлығы грантына конкурста еңеп сыҡҡан. Грант проектында республиканың 200 мәктәбе ҡатнаша. Ойоштороусылар һынау проектында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү буйынса белдереүҙе төрлө мәғлүмәт каналдары аша таратҡан һәм кемдәр өлгөргән шулар эләкккән дә инде. Беҙҙең райондан Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы И. Н. Истамғәлин һәм 1-се Асҡар урта мәктәбенән З. А. Махийәнова ошо исемлектә бушлай аҡыллы колонкаға эйә булған.

Р. Ф. Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн, бигерәк тә балалар һәм йәштәр араһында, беҙ бик күп эшләйбеҙ. Был – яңы, заманса уҡытыу методикалары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар, коммерция булмаған ойошмаларға бирелгән гранттар. Халыҡ-ара диктант та был юҫыҡта башҡарылған эштәрҙең бер яҡшы өлгөһө.

Проект етәкселәре менән осрашыу уҡытыусылар өсөн бик файҙалы булған.  Ойоштороусылар “Һомай” платформаһы, колонканың функциялары тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаған һәм уны яҡшыртыу, камиллаштырыу йәһәтенән бергәләп эшләү маҡсаты билдәләнгән. Йәғни уҡытыусылар “Әминә” менән көндәлек эш процесында ҡулланып, үҙ тәҡдимдәрен индерергә, етешһеҙлектәрен билдәләргә, дәрестә файҙаланыр өсөн нимәләр өҫтәргә, үҙгәртергә кәрәклеген туранан-тура “Һомай” командаһы белгестәренә еткереп торорға бурысы. Грант проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойоштороусылар яғынан да ҡатнашыусыларға даими рәүештә мәғлүмәти һәм методик  ярҙам күрһәтеләсәк.

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы көндәр ҡалды. Тимәк, Илгиз Наил улының һәм Зөлхизә Ансар ҡыҙының уҡыусылары тиҙҙән башҡортса һөйләшеүсе яһалма интеллект моделе – “Әминә” менән танышасаҡ. Балаларға уның менән аралашыуы һис шикһеҙ ҡыҙыҡлы буласаҡ тигән фекерҙә остаздар.

И. Н. Истамғәлин, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” республика конкурсы лауреаты:

– Мин башланғыс кластар уҡытыусыһымын, уҡыусыларым быйыл 3-сө класҡа бара. Уларҙан тыш, башҡа кластарҙа ла башҡорт теле дәрестәрен алып барам. Телселәр  чатында “Әминә” проекты тураһында мәғлүмәткә тап булғас та заявка тултырып ебәрҙем һәм унда ҡатнашыусы булып киттем. Һөйләшеүсе аҡыллы колонкалар йәшәйешебеҙҙә ят әйбер түгел хәҙер. Әммә “Әминә” башҡортса һөйләшә белгән беренсеһе һәм Рәсәй кимәлендә рус телле тауышлы ярҙамсыларҙан ҡала икенсеһе. Уны эшләгән башлы башҡорт егете Айгиз Ҡунафинға афарин тиергә генә ҡала! Башҡорт телен һанлаштырыу һәм популярлаштырыу йәһәтенән “Һомай” командаһы ҙур эш башҡара. “Әминә” колонкаһы әлегә балалар баҡсаларында, полилингваль мәктәптәрҙә һәм грант проектында ҡатнашыусы мәктәптәрҙә һынала һәм тиҙҙән халыҡҡа һатыуға ла сығарыласаҡ. Һәм ул һәр башҡорт ғаиләһендә булһа, туған телебеҙҙе үҫтереү һәм һәм һаҡлап ҡалыу йәһәтенән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ. Сөнки заман балаларын башлыса заманса һанлы технология ҡыҙыҡтыра. Ошонан сығып “Әминә” колонкаһын уҡыусыларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу сараһы булараҡ мәктәптәрҙә ҡулланыу ҙа күҙаллана. Мин иһә уны дәрестә лә, кластан тыш сараларҙа ла, хатта тәнәфестәрҙә ҡулланырға уйлайым. Һорауға яуап, мәғлүмәт эҙләү, телмәр үҫеше өсөн был бик яҡшы сара. Колонка Wi-Fi аша эшләй, шуға күрә белем усағының юғары тиҙлекле интернетҡа тоташҡан булыуы шарт. Колонка аша тағы ла 400-ләп башҡорт халыҡ әкиәтен, халыҡ моңдарын, “Тамыр” студияһының йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәр тыңларға була. Һәм был сик түгел, сөнки беҙ ҙә уны камиллаштырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ. Минең өсөн был башҡорт телен һанлаштырыу юҫығында эшләгән икенсе проект. Уҙған уҡыу йылы дауамында “ЯКласс” белем биреү порталында башҡорт теле фәне  буйынса онлайн дәрестәр төҙөүҙә ҡатнаштым.

З. А. Махийәнова:

Колонканы

 – Мин 1-се Асҡар урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһымын, бер үк ваҡытта рус төркөмдәрендә дәүләт теле булараҡ башҡорт теле  дәрестәрен алып барам. Колонканың мөмкинлектәрен уҡыу сараһы итеп ҡарағанда, уны башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән төркөмдәрҙә һүҙҙәрҙе тәржемәләү, әкиәттәр тыңлау өсөн файҙаланырға мөмкин.  Әлбиттә, техник мөмкинлектәрен “Алиса” менән сағыштырып булмай, әммә проект өҫтөндә бер нисә энтузиаст эшләүен һәм уны тормошҡа ашырыуға ҙур күләмдә финанстар һалынмауын иҫәпкә алғанда, был башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә ғәйәт ҙур алға китеш!  Әлегә колонка аша легендалар, әкиәттәр, балалар өсөн йырҙар тыңларға була. Әйтергә кәрәк, уның базаһын туландырыу буйынса даими эш алып барыла, колонка автоматик рәүештә яңыртыла. Башҡорт IT-разработчиктарының һөйләшеүсе “Әминә”нән башҡа “Тикшереү” һәм “Башҡорт телен өйрәнеү” тигән сайттары ла бар. Уларҙы колонка менән бергә файҙаланырға ла була. Текстарҙы тикшереү, тәржемә итеү, шиғыр ятлау, һүҙлек запасын байытыу өсөн бик уңайлы. Минең ҡарамаҡҡа, колонка башҡорт телен белмәгән һәм башлап өйрәнеүсе балалар өсөн ҡулай. Шуға күрә уны башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе кластарҙа ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ тип һанайым.

“Әминә” колонкаһын алыуҙа беҙҙең бер ниндәй ҙә ҡаҙаныш юҡ, ҡыҙыҡһынған кешеләр булараҡ алып өлгөрҙөк һәм уға эйә булыма бик шатмын. Бшҡортса аҡыллы колонка уйлап сығарыусыларға ҙур  рәхмәт!

З. Р. Ғәлләмова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе:
– Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә хөкүмәт, республика етәкселеге кимәлендә ҡыҙыҡһыныу булыуы һөйөндөрә. Шулар иҫәбендә Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров грантына тормошҡа ашырылыусы күп һанлы төрлө проекттарҙы атар инем. Районыбыҙҙың йәш, яңылыҡҡа ынтылған талантлы остаздары И. Н. Истамғәлин менән З. А. Махийәнованың “Әминә” проектында туранан-тура ҡатнашып, телебеҙҙе һанлы технологиялар аша популярлаштырыуға өлөш индереүҙәре маҡтауға лайыҡлы күренеш.
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: