+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август , 19:30

Йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн!

Республикала йәш уҡытыусыларға гранттар исемлеге раҫланды #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн!
Йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн!

Йәш уҡытыусыларға Башҡортостан хөкүмәтенән гранттар тапшырыла.

Һәр береһе 40 мең һумлыҡ гранттар ике йылға бер тапҡыр республиканың дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларының конкурс буйынса һайлап алынған иң яҡшы 25 йәш уҡытыусыһына бирелә.

Шулай уҡ йыл һайын 150 йәш педагог 690 мең һум күләмендәге грантҡа эйә була. Конкурс шарттарына ярашлы, еңеүселәр ауыл мәктәбендә кәмендә 10 йыл эшләргә тейеш.

Йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү саралары “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: