«Һәр баланың уңышы» федераль проекты буйынса район балалар ижады йорто 1 миллион 380 ашыу суммаға грант отҡан һәм ошо аҡсаға сәнғәт, тәбиғи фәндәр һәм туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлештәре буйынса ҡорамалдар һатып алынған. Бөгөн ижад йортонда ошо ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы тантана үтте.
Өҫтәмә белем биреү йортона йөрөгән балаларҙы, ошонда эшләгән педагогтарҙы район мәҙ:әниәт бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева сәләмләне.
-«Һәр баланың уңышы» проекты балаларға өҫтәмә белем биреү һәм уларҙы мәҙәни яҡтан тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Проектҡа ярашлы алынған ҡорамалдар ауыл ерендә лә уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр булдыра. Беҙҙең район балалар ижады йорто алған ҡорамалдар балаларҙың үҫешенә хеҙмәт итһен, - тине Вәсилә Сәғит ҡыҙы педагогтарҙы һәм ҡыҙҙар-малайҙарҙы байрам менән тәбрикләп. - Педагогтар өҫтәмә белем алыуға ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы күберәк йәлеп итегеҙ.
Байрам сараһында ҡатнашҡандар «Һәр баланың уңышы» проекты сиктәрендә алынған заманса ҡорамалдарҙы ҡараны һәм уларҙың ауыл ерендә ла ҡыҙҙар-малайҙарға һәр яҡлап үҫешергә, һис шикһеҙ, булышасағына ышаныс белдерҙе.