Мәғариф
27 Сентябрь 2024, 05:41

ЯБАЙ АУЫЛ ЕГЕТЕ МЫСЫРҘА АЛТЫН МИҘАЛ ЯУЛАНЫ

Рәсәйҙең йыйылма командаһы сентябрь башында Мысырҙа информатика буйынса олимпиадала дүрт алтын миҙал яулағайны. Шәп дүртәүҙең береһе 2-се Ҡазан лицейы уҡыусыһы Ғимран Абдуллин булды.

Ғимрандың 2023 йылдың сентяб-рендә Венгрияла үткән информатика буйынса халыҡ-ара олимпиадала 90 илдән 355 ҡатнашыусы араһында еңеү яулауын ҡыҙыҡһынып күҙәткәйнек. Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулап, Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттарына ла имтиханһыҙ уҡырға инеүҙе Ғимран Абдуллин үҙенә 8-се класта уҡ тәьмин итә. Тик ул бының менән генә туҡтап ҡалмай: икенсе йыл рәттән ул Ҡазанға информатика буйынса Халыҡ-ара олимпиаданың  алтын миҙалын алып ҡайта, был юлы Мысырҙан. Был турала билдәле булғас та, Ғимран менән бәйләнешкә индем. Телефондың икенсе башында саф башҡортса, әбйәлилдәрсә һөйләшеүсе үҫмерҙең тауышы ишетелде. «Һаумыһығыҙ! Ғәфү итегеҙ мин һеҙгә шунда уҡ яуап бирә алманым, Мысыр юлынан ҡайтҡас та йоҡларға яттым, ә бөгөн дәрестәрҙә булдым, бына бушағас та һеҙгә яуап бирҙем», — тип ғәфү үтенде мөләйем тауышлы егет, йылмайып һөйләшкәне, алсаҡлығы һиҙелеп тора ине. Ике телдә лә иркен һөйләшә, уй-фекерҙәрен теҙеп һала белә, информацияны һайлап, анализлап системалы яуап бирә алыуы информатик һөнәренә тап килеп тора. 
Ғимран Өфөлә тыуған, бәләкәй генә сағында ике йыл Әбйәлилдә йәшәй, был ваҡытта атаһы Марат Абдуллин район хакимиәтендә эшләй. Артабан Абдуллиндар ғаиләһе башҡалаға күсенә һәм башланғыс класты Ғимран Шамонино ауылы мәктәбендә тамамлай. 
— Беренсе уҡытыусым Ләлә Әҡсән ҡыҙы Ҡарабаева. Шамонино мәктәбендә бишенсе класты тамамланым, шул йыл-дарҙа математиканан олимпиадаларҙа ҡатнаштым, һөҙөмтәләрем яҡшы булһа ла еңеүсе булманым. Ул ваҡытта олимпиа-даларға ныҡлап әҙерләнмәнем, сөнки күберәк футбол менән ҡыҙыҡһындым, — тип башланы үҙе менән таныштырыуҙы Ғимран. 
Артабан Ҡазанға уҡырға барырға булғас, әсәйем, олатай-өләсәйем ҡурҡ-тылар: «Ҡазан — ул Өфө түгел, алыҫ, 600 саҡрым, лицейҙа тик малайҙар ғына уҡый, ниндәй мәктәп икәнлеген белмәйбеҙ», — тип икеләнделәр, ә атайым һәр ваҡыт ыңғай ҡарашта булды. Шулай итеп, мин өс көнлөк һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ошо лицейға уҡырға индем. Гуманитар фәндәр, математика-информатика бик көслө бирелә бында. Талантлы, көслө ма-лайҙар менән уҡыйым. Ауыл мәктәбендә минең менән ярышырлыҡ уҡыусылар һирәк булды, ә бында беҙ бер-беребеҙ менән ярышабыҙ, яҡшыраҡ уҡырға, уңыштарға өлгәшергә тырышабыҙ. Был мөхиттә уҡымау, тырышмау мөмкин дә түгел. Лицейҙа математикаға һәм инфор-матикаға һөйөү уяттылар. 
— Ҡазанда лицейҙа алтынсы кластан олимпиадаларҙа ихласлап ҡатнаша башланым, һөҙөмтәләргә ҡарап ҡыҙыҡһы-ныуым да артты. Класташтарым да та- лантлы, уҡытыусылар ҙа көслө. Компью-терҙа программалар төҙөү оҡшай, ошоға тиклем минең программа төҙөгәнем булманы, ә хәҙер бындай мөмкинселектәр бар, бик ҡыҙыҡһындырғыс, мауыҡтырғыс шөғөл ул. Мин быны яңғыҙым эшләмәйем, 20 класташым ошо программала ярышабыҙ. Контроль эштәр олимпиада форматында үтә, бында ла һәр кем яҡшы һөҙөмтәләр өсөн тырыша. Ярышыу беҙгә дәрт бирә, атмосфера ла ошо мөхиттә бит. Минең математикаға һәләтле тамыр-ҙарым өҫтөнлөк алды шикелле. Был фән менән ҡыҙыҡһыныуымда уҡытыусым Илшат Ирек улы Сафиуллиндың роле лә бик ҙур. 
Ғимрандың фекеренсә, информатикала иң яҡшы булыр өсөн математиканы яратырға кәрәк. Математика йүнәлешле лагерҙарҙа күп тапҡырҙар булған ул.
— Сочи ҡалаһындағы «Сириус» белем биреү үҙәгендә бөтә Рәсәйҙән йыйылған фәнгә һәләтле балаларға математика менән ныҡлап шөғөлләнергә шарттар булдырылған. Уҡыу унда бушлай, хатта юлда килеүгә лә түләргә кәрәкмәй, тик мотлаҡ һайлап алыу һынауҙарын үтергә кәрәк. Форсаттан файҙаланып, гәзит аша ошо хаҡта райондағы тиҫтерҙәремә лә еткергем килә, кем математика менән ҡыҙыҡһына ошондай лагерҙарға барһындар, унда ял да итергә һәм белемде лә байытырға ҙур мөмкинлектәр бар, — тине Ғимран. 
Һигеҙенсе класта Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер булғас, үҙенә Рәсәй йыйылма командаһына инергә тигән юғары маҡсат ҡуя малай. 
— Бының өсөн миңә 9-сы класта уҡығанда 10-11-се класс уҡыусылары менән ярышырға тура килде. Улар минән 1-2 йылға тәжрибәлерәк булғас, көс һынашыу еңелдән булманы, шулай ҙа мин командаға индем. Һөҙөмтәлә, Рәсәй командаһында иң бәләкәсе мин инем. Ә дөйөм алғанда, олимпиадала Яңы Зеландиянан 11 йәшлек үҫмер ҡатнашты. Иң бәләкәйе ул булды. 2023 йылда олимпиада эштәре ярайһы уҡ ҡатмарлы булғайны. 2024 йылда ул еңелерәк булып сыҡты, ләкин мин уйламаған хаталар ебәрҙем. Алтын миҙалды ярыштың һуңғы 15 минутында ғына яулап өлгөрҙөм. Мин олимпиадала мөмкин булған 600 балдың 370-тән ашыуырағын йыйҙым. Ә Ҡытай егете бөтә 600 балды йыйҙы, икенсе урындағы конкурсант 476 балл алды. Үҙемә тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ынтылырға  кәрәк тигән маҡсат ҡуйҙым, — ти ул.   
Бәләкәй саҡта футбол, шахмат ярата. Бик йылғыр, тиктормаҫ була, шулай уҡ, ку-бик-рубикты бер-нисә секунд эсендә йыя. 
— Хәҙер күп уҡыйым, бөтә яҡтан да белемле булырға тырышам. Уҡытыусыла-рыма, атай-әсәйемә ошондай мөмкин-селек биргәндәре өсөн рәхмәтлемен. Ә гәзитте уҡыған уҡытыусыларға уҡыусы-ларығыҙға ышанығыҙ, изге күңелле булығыҙ, тип теләр инем. Башҡа атай-әсәйҙәргә әйтер инем, балаларығыҙҙың бөтә ҡыҙыҡһыныуҙарына ла иғтибар бирегеҙ, бәлки бер үк кеше фортепиано, математика һәм футбол яраталыр, ундайҙарҙың теләктәренә ҡаршы тор-мағыҙ, үҫтерегеҙ, шул ваҡытта бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Тиҫтерҙәремә теләгем, иң яҡшы фән математикаға иғтибар бирергә кәрәк, сөнки ул тормошта иң кәрәкле тип һанайым. Телефонда көндәр буйы ултырып ваҡыт уҙғармағыҙ, ә маҡсаттар ҡуйып, уларҙы тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Киләсәктә минең маҡсатым бәхетле булыу, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өҫтөндә эшләү, — тигән теләктә-рен дә еткерҙе уҡыу алдынғыһы, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара олимпиадаларҙың алтын еңеүсеһе Ғимран Абдуллин. 
Ғимранға уңыш йылмайған тип әйтеп булмай, оҙайлы, маҡсатлы, тырыш хеҙ-мәте емеш бирә уның. Механика һәм математика өлкәһендәге күренекле ғалим-инженер-механик, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, БР Фәндәр Академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Татарстандың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты Марат Әҡсән улы Илһамов Ғимрандың еңеүенә битараф ҡалманы. 
«Ғимран! Минең олатайым һәм һинең ҡарт олатайың Илһам Ярлыҡапта мулла була, теләгән һәр кемде уҡырға һәм яҙырға өйрәтә. Бик белемле була. Ҡөрьәнде яттан, ғәрәп, фарсы, төрки, рус телдәрен яҡшы белә. Уның улдары Абдулла, Әҡсән, Әүхәҙей — бөтәһенең дә фамилияһы Илһамов. Һинең олатайың — Мәжит Абдулла улы паспорт алғас, атаһының фамилияһын ала (1948 йыл булырға тейеш). Фамилияңдың килеп сығышы шундай. Һин фамилияңа киң билдәлелек яуланың, данланың. Афарин! Ғорурланам!» — тигән һүҙҙәр яҙҙы.
Афарин, маҡсаттарың, теләктәрең изге, Ғимран, алда тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәргә өлгәшергә яҙһын. 
Гөлнара ҒИНИӘТОВА. 

Читайте нас