Мәғариф
8 Ноябрь 2024, 01:20

Иглинда – заманса мәктәп

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иглиндә “Мәғариф»милли проекты сиктәрендә 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Иглинда – заманса мәктәпИглинда – заманса мәктәп
Иглинда – заманса мәктәп

1 225 уҡыусыға иҫәпләнгән бинаны 2023 йылдың мартында төҙөй башлайҙар. Объекттың хаҡы-1,1 миллиард һум, тағы ла 13,1 миллион һум республика ҡаҙнаһынан мәктәпте заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуға бирелгән. Төҙөлөштө «1-се Төҙөлөш идаралығы»компанияһы алып барған. Заманса кластарҙан тыш, уҡыу йорто 500 урынлыҡ тамаша залын, 460 урынлыҡ ашхананы, ике спорт залын, стоматология кабинетын, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарын, йүгереү юлдарын, яһалма газонлы футбол майҙансығын үҙ эсенә ала.

Радий Хәбиров уҡыу кабинеттарын ҡараны, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты. Уҡыу йорто директоры Ильяс Закиров 2024-2025 уҡыу йылында 980 бала өсөн 37 класс-комплект булдырылыуы хаҡында һөйләне. Педагогтар штаты тулыһынса 57 кеше тәшкил итә. Мәктәптең стоматология кабинетын ҡараған Саҡта Башҡортостан Башлығы, табип хеҙмәттәренән педагогтар ҙа файҙалана ала, тип билдәләне.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас