Дөйөм техник дисциплиналар һәм хеҙмәт белгесе Илдар Мансур улы Ғәббәсов 38 йыл педагогик хеҙмәт дәүеренең 21 йылын Йәнгел урта мәктәбенә етәкселек итте.
1982-1984 йылдарҙа хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан егет Магнитогорск дәүләт педагогия институтының индустриаль-педагогия факультетына уҡырға инә. Уҡыу башланмаҫтан алда бөтә студенттарҙы ла Силәбе өлкәһенең колхоз-совхоздарына уңыш йыйыу эштәренә ебәрәләр, студент Илдар Агаповка районының «Черниговка» колхозында комбайнға ултыра. Ошо эште үтәп сыҡҡан студенттарҙы институтҡа ҡабул итәләр. 1989 йылда ҡулына диплом алған егетте тыуған мәктәбенә эшкә саҡыралар. Йәш белгес дөйөм производство практикаһы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Был «Йәнгел» совхозының сусҡасылыҡ фермаһының мәктәпкә беркетелгән мәле була. Көн һайын бер класс фермаға эшкә йөрөй. Балалар ауыл хужалығы эшенә өйрәнә. Буласаҡ директорҙың педагогик хеҙмәт юлы ошо фермала башлана ла инде. Фермала 900 баш сусҡа аҫырала, 20 гектар ерҙә аҙыҡ сөгөлдөрө үҫтерелә, 80 гектар ерҙән картуф уңышы йыйыла. Уңышты һатып алынған аҡсаға мәктәп йыһаздары яңыртыла. Шулай итеп, хеҙмәт лагеры гөрләп торған, бер кем зарланмаған, тик эшкә өйрәнгән осор була.
90-сы йылдар еле хеҙмәт лагерҙары эшенә лә ҡағыла. Илдар Ғәббәсов 1994 йылда Йәнгел мәктәбе директорының уҡыу-тәрбиә буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Үҙенә һәм коллегаларының эшенә талап-сан Илдар Мансур улы 2003 йылда белем усағына етәксе итеп билдәләнә. Нәҡ ошо осорҙа һайлаусылар уны район Советына депутат итеп тә һайлай.
И. М. Ғәббәсов етәкселегендә Йәнгел урта мәктәбе юғары күрһәткестәргә өлгәшә. 2007 йылда мәктәп «Мәғариф» грантына лайыҡ була, был йәнгелдәрҙең һөҙөмтәле эшенә ҙур баһа тип ҡабул ителә. Грант ярҙамында информатика кабинеты техник яҡтан тулы-һынса йыһазландырыла, уҡыу бүлмәләре интерактив таҡталар, проекторҙар менән тәьмин ителә, яңы мебел-дәр алына. Ошо ваҡыттан уҡытыу шарттары заманлаша.
Йәнгел мәктәбе йыл да уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса төрлө номинацияларҙа еңеүҙәргә өлгәшә. 2021 йылда «Иң яҡшы мәктәп» исеменә лайыҡ була. Башланғыс кластар бинаһында капиталь ремонт үтә. Заманса техник йыһаздар менән тәьмин ителә, уҡытыусыларҙың эш урындары йыһазландырыла. Мәктәп ике бинанан торғанға күрә эш икеләтә арта. Ике бинаның да ҡыйығы яңыртып ябыла. Ике яңы автобус алынғас, «Йәнгел» совхозынан ҡалған МТМ биләмә-һендә йылы бокс-гараждар булдырыла.
60 урынға иҫәпләнгән ашхана 180 урынлыҡ итеп үҙгәртелә. Ике бинала ла йылытыу системаһы яңыртыла. Йәнгел мәктәбе ике йыл рәттән мәктәпте инициативалы бюджетлау (ШкИБ) республика конкурсында еңә. 2023 һәм 2024 йылдарҙағы еңеү информатика һәм ОБЖ кабинеттарын заманса йыһазландырыуға булышлыҡ итә.
Илдар Мансур улы йәш белгестәргә иғтибарлы остаз, уларҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдыра. Етәксенең интеллектуаль булыуы, ололар һәм кеселәр менән изге мөнәсәбәттәрҙә ҡалыуы, һүҙ менән ышандыра һәм үҙ артынан эйәртә белеү сифаттары ҙур абруй ҡаҙанышына булышлыҡ итә. Йәш быуынды тәрбиәләүгә ул көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.
Булдыҡлы, тырыш етәксенең хеҙмәте төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, «БР мәғариф маҡтаулы хеҙмәткәре» күкрәк билдәһе, «РФ мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» исеме менән билдәләнгән.
Мәктәп партаһы артынан уҡ дуҫлашҡан, аҙаҡ тоғро тормош иптәшенә әйләнгән абруйлы уҡытыусы Фәрүзә Сәйәх ҡыҙы менән ҡыҙ һәм ул үҫтереп, уларға юғары белем биргән атай-әсәй ҙә, ейәненә олатай-өләсәй ҙә улар. Педагогик хеҙмәт ветерандары иңгә-иң терәшеп мәктәп йөгөн дә, донъя йөгөн дә бергә тартып, бер көндә хаҡлы ялға сыҡтылар. Артабан да дәртләнеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, тыныс, бәхетле тормош юлы үтергә яҙһын хөрмәтле педагогтарға.
Мансур Ирғәле улы Ильясов 36 йыл Ҡырҙас урта мәктәбенең директоры булып эшләп, быйыл хаҡлы ялға китте.
1983 йылда ул Магнитогорск дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Ҡулына диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Силәбе өлкәһендәге Верхнеурал районы Тайһары 8 йыллыҡ мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. 1986 йылда йәш уҡытыусы районға ҡайта һәм Салауат һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә һөнәре буйынса эш башлай. Октябрь айына тиклем эшләп өлгөрә, егетте әрме сафына саҡыралар. 1988 йылда хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан Мансур Ирғәле улын Ҡырҙас мәктәбенә директор итеп һайлайҙар. Районда һайланыу юлы менән тәғәйенләнгән директорҙар бармы икән?
М. Горбачевтың демократия индергән ваҡыты. Мәктәптән бер кандидатура, мәғариф бүлегенән Мансур Ильясов була. Йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә, бер нисәгә күберәк тауыш йыйып Мансур Ирғәле улы директор булып һайлана. Хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу был тарих тураһында һөйләй: «Назначен директором Кирдасовской средней школы по итогам выборов».
Мансур Ирғәле улы эшләгән дәүерҙә мәктәптә бик күп эштәр атҡарыла. Белем усағы капиталь ремонтлана, тирә-яғы төҙөкләндерелеп, унда матур баҡса барлыҡҡа килә. Йыл да мәктәпте һәм биләмәне үҙгәртеп ҡороу һәм төҙөкләндереү буйынса күләмле эштәр башҡарыла. Спорт-уйын майҙансығын булдырыла, хеҙмәт һәм ял лагерының 80 урынлыҡ йоҡо корпусы төҙөлә, мәктәп биләмәһе кәртәләнә, бинаның ҡыйығы һәм ҡаҙанлыҡ алмаштырыла, мәктәп тракторҙары һәм автобустары өсөн йылы гараждар төҙөлә, төп инеү урыны кирбестән күтәрелә. Бюджет аҡсаһын йәлеп итмәйенсә мәктәп бинаһы тирәләй асфальттан тротуарҙар һалыу, бинаны газ менән йылытыуға күсереү, оҫтахананы заманса ашхана итеп үҙгәртеп ҡороу, яңы оҫтахана төҙөү, мәктәп бинаһының тәҙрә уйымдарын үҙгәртеп, пластик тәҙрәләр ҡуйыу, мәктәпте капиталь ремонтлау һәм башҡа күләмле эштәрҙең күплеге директорҙың булдыҡлылығын күрһәтә. Кешеләр менән эшләй белеү, ойоштороу һәләте, намыҫлылыҡ, үҙенә һәм башҡаларға талапсанлыҡ кеүек сифаттарға эйә ул.
Мансур Ирғәле улы районда беренсе булып 1990 йылдың 1 сентябренән Әхмәт ауылынан уҡыусыларҙы мәктәпкә көн һайын ташыуҙы ойоштора, мәктәп интернаты ябыла һәм балаларға көн дә өйгә ҡайтыу мөмкинлеге тыуа.
Районда мәктәпкә юридик яҡтан рәсмиләштерелгән беренсе мәктәп автобусы Ҡырҙас урта мәктәбендә була. Автобусты бөтмөр мәктәп директоры «Амангилде» совхозы менән килешеү төҙөп, һорап ала. 1993 йылдың 21 сентябрендә Ҡырҙасҡа беренсе мәктәп автобусы – Нефтекама автомобилдәр заводында сыҡҡан Газ-66 «Вахтовик» автобусы рәсми рәүештә тапшырыла. 1994 йылдың февралендә Мансур Ирғәле улы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Р. Т. Гардановҡа мөрәжәғәт хаты менән бара һәм «Мәктәп автобусы водителе» штатын беренсе булып алып ҡайта.
2010 йылда мәктәпкәсә төркөм асыла, унда бөтә шарттар булдырыла. Абруйлы директор бер нисә саҡырылыш ауыл Советына һәм район Советы депутаты итеп һайлана.
2011 йылда мәктәп тракторҙары ярҙамында эшләп алынған аҡсаға мәктәптең яңы автобусы өсөн гараж төҙөлә.
2023, 2024 йылдарҙы мәктәпте инициативалы бюджетлау, йәки ШкИБ, республика конкурсында ике йыл рәттән Ҡырҙастың белем усағы еңеп сыға. Еңеү һөҙөмтәһендә өс кабинет интерактив панелдәр менән тәьмин ителә һәм башҡорт теле кабинеты йыһазландырыла.
М. И. Ильясовтың эше 2000 йылда «Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре» исеме һәм күкрәк билдәһе менән баһалана. Башҡортостан хөкүмәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнгән, «Иң яҡшы физика уҡытыусыһы – 2022» тигән исемгә лә лайыҡ булған.
Мансур Ирғәле улы уҡытыусы Зәминә Ғәли ҡыҙы менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡатыны иртә баҡыйлыҡҡа күсте. Хәҙер ҡыҙ-улдары барыһы ла үҙҙәренең ғаиләһен ҡорған, балаларға өлгөлө атай, дүрт ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай ҙа Мансур Ирғәле улы. Киләсәккә яҡшы маҡсаттар менән, район алдында бурысын теүәл үтәп, ихтирамлы директор булып хаҡлы ялға сыҡты.
Ике директорҙың да һүҙен һүҙ итә белеүенең, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарынан гөл ҡойолоуының, мәктәбенең балҡып тороуының, күп йыллыҡ педагогика эшенә тырнаҡ осондай ғына булһа ла кер төшөрмәй, ҙур абруй ҡаҙаныуҙарының нигеҙ ташы. Мәктәп директорының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй бит ул. Биналарға йыл да ремонт үткәреү, мәктәп биләмәһен һәм уның тирә-яғын төҙөкләндереү, санитар нормалар ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, совет осоронда төҙөлгән бинаның хәҙерге талаптарға тап килмәүе сәбәпле директор елкәһенә штрафтар сәпәүҙе үтеп сыныҡҡан, был эштә «бер бот тоҙ ашаған» арҙаҡлы ике директорҙың хеҙмәт юлында ниндәй генә конкурстар, семинарҙар, конференциялар булмай. Ә заман менән бергә атлаған уҡытыусылар коллективы быларҙың береһенән дә ситләшергә тейеш тә түгел.
Ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсанлыҡ – уларҙың характерына хас һыҙаттар. Абруйлы педагогик хеҙмәт ветерандарына хаҡлы ялда бәхетле, тыныс тормош теләйбеҙ.
Гөлнара ҒИНИӘТОВА.