Ошо маҡсатта республикаға федераль ҡаҙнанан 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Уҙған өс йылда 55 меңдән ашыу бала уҡыған 146-нан ашыу мәктәп ремонтланған. Ошо дәүләт программаһы сиктәрендә уҙған йыл Дәүләт һәм Яңауыл мәктәптәре яңыртылғайны. Быйыл иһә Красная Башкирия мәктәбе танымаҫлыҡ төҫ алды. Мелем биреү учреждениелары “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә төҙөкләндерелә.
Башҡортостан Башлығы Радиә Хәбиров республикаға яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса аласағын хәбәр итте. Өфөлә 360 урынлыҡ математика лицей-интернаты өсөн 2,4 миллиард һум бүленә. Башҡортостанда математика мәктәбе көслө һәм республика күптән инде ошондай белем биреү учреждениеһын асырға планлаштыра.
Башҡортостандың дөйөм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға йәлеп ителгән федераль аҡса күләме, шулай уҡ төҙөкләндерелгән мәктәптәр һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өс лидер иҫәбенә ингән.