Килешеү Өфөләге юғары уҡыу йортонан Ҡытайға делегацияның сәфәре барышында төҙөлгән. Башҡортостан вәкилдәре Чанчжоу университетында булды, инфраструктура менән танышты һәм уның етәкселеге менән артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Хәҙер юғары уҡыу йорттары “Материалдарҙы өйрәнеү һәм материалдар технологияһы” йүнәлеше буйынса икеләтә диплом программаһын тормошҡа ашыра. Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында Чанчжоуҙа төбәктән туғыҙ йәш ғалим стажировка үтте.
Берлектәге институт Ҡытайҙан өс мең студентҡа иҫәпләнгән.
“Биш бакалавриат программаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Уҡыу дисциплиналарының яҡынса 30 процентын алдынғы ғалимдар, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусылары инглиз телендә уҡытасаҡ”, – тип билдәләнә хәбәрҙә.
Билдәле булыуынса, "Фән һәм университеттар" (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: pravitelstvorb.ru