Республика һөнәри конкурсы сиктәрендә педагогтар “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл педагогы”, “Йыл кәңәшсеһе”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы класс етәксеһе”, ”Өмөт” йүнәлештәре буйынса һынау тотто. Район этабында бөтәһе 47 бәйгесе ҡатнашты, уларҙың 14-е финалға сыҡты. Конкурстың йомғаҡлау сараһы “Асыҡ дәрес”, “Педагогик оҫтахана” һәм башҡа һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп еңеүгә ирешкән иң һәләтле, ижади уҡытыусыларҙы райондың бөтә педагогик берләшмәһе алдында танытыу форматында ойошторолдо, сәхнәлә тороп оҫталыҡ дәресен йәнә бер тапҡыр күрһәтеү бәйгеселәр өсөн республика һынауы алдынан үҙенә күрә репетиция ла булды.
Һигеҙ еңеүсе республика конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ.