Элегерәк конкурс “Йыл тәрбиәсеһе” тип йөрөтөлдө һәм ул фәҡәт тәрбиәселәр араһындағы ғына ярыш булды. Ә бит балалар баҡсаһы эшмәкәрлегендә тәрбиәселәрҙән тыш мөһим урын биләгән башҡа хеҙмәткәрҙәр: логопед, психолог, музыка етәксеһе, физкультура буйынса инструкторҙар ҙа бар. Шуға күрә бәйгенең исеменә һәм положениеһына үҙгәрештәр индерелде. “Йыл педагогы” конкурсында мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә белем һәм тәрбиә биреүсе бөтә педагогик хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнаша ала. Һәм, әйтергә кәрәк, ул йыл һайын беҙҙең районда бик дәррәү үтә, баҡса хеҙмәткәрҙәренең үҙ теләктәре буйынса ҡатнашыуы бигерәк тә ҡыуандыра.
Быйылғы бәйгелә 7 конкурсант һынау тотто. Бәйгеселәрҙең йәштәр булыуын айырып билдәләп үтке килә. Һөнәри конкурс уларға ҙур тәжрибә мәктәбе лә буласаҡ. Бала күңеле белгестәре булған һөнәр эйәләрен педагогик оҫталыҡта баһалауҙа мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү методисы З. Ғ. Әғләева етәкселегендәге компетентлы жюри – балалар баҡсаларының методистары һәм бынан алдағы йылдарҙа район күләмендә еңеүсе булып, республика конкурсында ла үҙҙәрен ысын һөнәрмән итеп күрһәткән тәжрибәле тәрбиәселәр эшләне.
Конкурс өс этаптан тора. “Интернет-ресурс” тип аталған тәүге турҙа һөнәри оҫталыҡта көс һынашыусылар жюри иғтибарына шәхси эш сайттарын тәҡдим итте. Заманса федераль белем биреү шарттарында һәр педагогтың эшмәкәрлеген сағылдырған, методик һәм новаторлыҡ эш алымдары менән таныштырған, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булған, ата-әсәләр менән кире бәйләнеш булдырған, тәрбиәләнеүселәр өсөн ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәр тупланған һәм даими яңыртылып торған шәхси сайты булырға тейеш. Жюри сайттарҙың йөкмәткелелеге, тематик контенттың үҙенсәлеклелеге, мәғлүмәти тулылығы, навигация уңайлылығы, кире бәйләнеш менән тәьмин ителеше, дизайн креативлығы һәм сағыулығы критерийҙары буйынса баһаланы.
Икенсе турҙа педагогтар балалар ҡатнашлығында дәрес күрһәтте. Был һынау шуныһы менән ҡатмарлы: тәрбиәсе үҙе эшләгән төркөмдә түгел, ә йәрәбә буйынса эләккән икенсе балалар баҡсаһында таныш түгел бәләкәстәр менән уларҙың бөтә ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итеп, йәш үҙенсәлегенә тура килгән, методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған дәрес күрһәтерергә тейеш булды.
“Педагогик табыш” тип аталған бәйгенең йомғаҡлау туры Асҡарҙағы “Миләш” балалар баҡсаһында уҙҙы. Конкурсанттар педагогик эҙләнеүҙәр юлында үҙҙәре өсөн асҡан табыштары менән мастер-класта уртаҡлашты. Оҫталыҡ дәресендә балаларҙы конкурсанттар алмаштырҙы.
Красная Башкирия ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Үтәғолова үҙенең мастер-класында сторителлинг (тарихтар һөйләү тип тәржемә ителә) техникаһында эшләнгән кубиктар менән өҫтәл уйындары балаларҙың телмәрен, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен һәм фантазияһын үҫтереүгә булышлыҡ итеүенә ышандырҙы. Кубиктың ҡырыйҙарына бер темаға ҡараған һүрәттәр йәбештерелә (мәҫәлән, һөнәрҙәр, эш ҡоралдары, төҫтәр, йәшелсә-емештәр, хайуандар һ.б.), ә бер яғы буш ҡалдырыла. Бала уны үҙе тултыра һәм ни өсөн нәҡ ошо һүрәтте төшөрөүен һөйләй. Был уйында хатта иң оялсан, аралашыуға бармаған бәләкәстәр ҙә асыла, тине Әлфиә Булат ҡыҙы шәхси тәжрибәһенән сығып. Тарих һөйләүсе кубиктарҙы балалар баҡсаһында бөтә төркөмдәрҙә лә, балаларҙың йәш үҙенсәлегенә тап килгән тематик һүрәттәр менән биҙәп ҡулланырға була.
Милли төркөмдә эшләүсе “Миләш” балалар баҡсаһы (Асҡар) тәрбиәсеһе Линара Рәхмәтуллина мини башҡорт биҙәүесе эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Был ғәмәли дәресте өлкән төркөмдәрҙә тәрбиәсенең ентекле күҙәтеүе аҫтында, инструменттар менән бик һаҡ ҡулланып, үткәрергә була. Әсәйҙәргә бик шәп бүләк килеп сығасаҡ! Дәрестең тәрбиәүи-педагогик маҡсаты – ул баланы бер урында оҙаҡ ултырырға, башланған эште еренә еткерергә өйрәтә, ижади ҡараш, зауыҡ һәм иң мөһиме милли үҙаң тәрбиәләй.
“Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы (Әбйәлил ауылы) тәрбиәсеһе Гөлсинә Аблаева бәләкәстәрҙә әкиәттәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үҙенең методик табышы – ҡул аҫтындағы материалдарҙан персонаждарҙы эшләү тәжрибәһе менән бүлеште. Балалар әкиәтте тыңлап ҡына ҡалмай, ә ролдәргә инеп уйнай ҙа икән. Бәйгесе коллегаларын ҡулъяулыҡ, еп һәм ҡайсы ярҙамында нисек тиҙ генә ҡурсаҡ яһау оҫталығына өйрәтте.
Йәнгел ауылының “Ҡояшҡай” баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Әпсәләмова үҙенең табышын “Музыкаль тамсыҡай” тип атаны. Айгөл Батыр ҡыҙы йырларға ярата һәм балалар менән эштә һәр хәл-осраҡҡа бәйле уның хәтер янсығында йыры булыуы жюрины аптыратты. Тәрбиәсе балалар өсөн йырҙар аша дуҫлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәй, көйһөҙләнгән баланы тынысландыра, кәйефте күтәрә, күркәм холоҡ тәрбиәләй. Уның тәрбиәләнеүселәре йырлап ҡына үҫә. Йырлау телмәр үҫешендәге тотҡарлыҡтарҙан да дауалау көсөнә эйә.
Конкурста тәрбиәселәр араһында берҙән-бер физкультура буйынса инструктор – “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһынан (Асҡар) Айгөл Зәйнетдинова ҡатнашты. Ул ритмика буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ябай һәм күңелле күнекмәләр аша регламент буйынса бирелгән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллегаларының да ритм тойғоһон үҫтереүгә булышлыҡ итте.
Ошо уҡ баҡсанан тәрбиәсе Рәшиҙә Мөхәмәтғәлина рәсем буйынса мастер-класс үткәрҙе. “Кескәйҙәр рәсем дәресен көтөп ала. Дәрестә традицион булмаған техникаларҙы ҡулланыу уларҙы тағы ла нығыраҡ мауыҡтыра, фантазияны, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә”, – тине Рәшиҙә Шәфҡәт ҡыҙы. Оҫталыҡ дәресендә ул целлофан ҡап ярҙамында һүрәт төшөрөү алымы менән таныштырҙы.
Район үҙәгенең “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Динә Шәйәхмәтова йәнһүрәттәр төшөрөү юлы менән бәләкәстәрҙе башҡорт теленә ылыҡтырыу һәм өйрәтеү тәжрибәһе менән бүлеште. Ауыҙ-тел ижадын, әкиәттәрҙе йәнле һүрәт рәүешендә күрһәтеү балаларҙа ижади һәм интеллектуаль һәләттәрҙе үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, тине бәйгесе. Сюжетҡа ярашлы декорация һәм анимацияларҙы балалар менән бергә яһайҙар. Ҡалғаны иһә техника эше. Заман менән бер тулҡында булған тәрбиәсе видеоға төшөрөү, монтажлау, тауыш өҫтәү кеүек процестарҙың рәт-сиратын яҡшы белә. Балалар менән берлектә төшөргән йәнһүрәтте ул жюри иғтибарына ла тәҡдим итте.
Жюри ағзалары дәрестәрҙе баһалап ҡына ҡалманы, ә йәш коллегаларына урынлы тәҡдим-кәңәштәр ҙә еткерҙе. Зөлфирә Ғилмырҙа ҡыҙы бәйгеселәрҙең тынғыһыҙ эштәре араһында һөнәри конкурсҡа етди әҙерләнгәндәре өсөн маҡтау белдерҙе. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса “Йыл педагогы” исеменә лайыҡ булған Ә. Б. Үтәғолова һәм “Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы” номинацияһында еңеү яулаған Д. Л. Шәйәхмәтова бәйгенең республика этабында Әбйәлилде күрһәтәсәк.