Быйыл иң яҡшы тәрбиәселәргә 575 мең һум күләмендә 75 грант бирелгән. Киләһе йылдан иң уңышлы йәш мәктәп етәкселәре өсөн (45 йәшкә тиклем) 690-ар мең һумлыҡ 50-шәр грант булдырыласаҡ. Йыл һайын кәмендә мең педагог шифаханала ял итеү өсөн 56 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров был ярҙам сараһы уҡытыусыларҙың һорауы буйынса булдырылыуын билдәләне.
Капиталь төҙөкләндереү федераль программаһы буйынса 146 мәктәп бинаһы төҙөкләндергән. Тағы бер федераль программаға 16 мәктәпкәсә учреждение корпусын һәм 7 колледжды ремонтлау индерелгән. Бынан тыш, 215 спорт залы һәм асыҡ һауалағы 25 спорт майҙансығы төҙөкләндерелгән. Төбәк бюджеты иҫәбенә Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге университеттары менән берлектә 15 предуниверсарий булдырылған, 265 мәктәп уҡыусыһының проекты тормошҡа ашырылған.
Һуңғы биш йылда республикала 31 мең урынлыҡ 44 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөлгән, быйыл иһә тағы ла 4 мәктәп асылған. Район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә бөтә уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөлөшө тамамланыуға яҡынлаша. Былар барыһы ла “М!ғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.