Мәғариф
25 Декабрь 2024, 11:00

Киләһе йылдан уҡытыусылар шифаханала ял итәсәк

Был хаҡта Указға ҡул ҡуйылған да инде.

Киләһе йылдан уҡытыусылар шифаханала ял итәсәкКиләһе йылдан уҡытыусылар шифаханала ял итәсәк
Киләһе йылдан уҡытыусылар шифаханала ял итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырып, 2025 йылдан йыл һайын меңләгән педагог республика шифаханаларында ял итеү мөмкинлегенә эйә була

– Уға ярашлы, уҡытыусыларҙы һайлап алыу, юлламаны тапшырыуға бәйле ҡағиҙәләр ҙә раҫланды. Шифахана-курорт дауалауына сертификаттың суммаһы 65 мең һум тәшкил итә. Әгәр ошо сумманан ҡиммәтлерәк дауалау һайларға йәки ялды оҙайлыраҡ итергә теләһәң, үҙеңдән өҫтәргә мөмкин. Уҡытыусыларҙы муниципалитеттар һайлай, бында эш һөҙөмтәләре, төрлө ҡаҙаныштар, әлбиттә, сәләмәтлек торошо иҫәпкә алына. Артабан исемлектәр республика кимәлендә ҡарала һәм раҫлана, – тип аңлатты мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас