Айлыҡ стипендияның күләме – 15 000 һум. Исемле 5 стипендияның һәр береһе өсөн бөтәһе 10-шар кеше һайлап алына.
Стипендиялар йыл һайын конкурс нигеҙендә педагогия вуздарының уҡыуҙа, ғилми эшмәкәрлектә һәм йәмәғәт тормошонда уңыштарға өлгәшкән иң яҡшы студенттарына бирелә. Документтар ҡабул итеү 2025 йылдың йәйендә башлана.
Студенттар өсөн исемле стипендиялар программаһы һәләтле йәштәргә ярҙам итеүгә, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән.
Рәсәйҙең иң яҡшы студенттарына өҫтәп 20 мең һум түләнә. Был "Кадрҙар" милли проекты үтәлешенә лә ҙур өөлөш индерәсәк.