Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль 2025, 17:10

ШкИБ проектында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Райондың ете мәктәбенең уҡыусылары инициативалары буйынса яҙылған проекттар еңеү яуланы. Хәҙер уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Гимназия, Йәнгел, Ҡырҙас уҡыусылары икенсе йыл рәттән еңеүсе!

ШкИБ проектында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
ШкИБ проектында еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Гимназия үткән йыл мәктәп телевидениеһы асҡайны, быйыл - ОБЖ класын йыһазландырасаҡтар. Йәнгел мәктәбе "Юнармеец"тарға кейем тектереп, "Тир" асҡайны, хәҙер - "Алға" мультимедия бүлмәһен асасаҡ.

Ҡырҙастар башҡорт теле кабинеты булдырғайны, ә хәҙер химия-биология, физика һәм инглиз теле кабинеттары өсөн оператив системалы интерактив таҡталар аласаҡтар. Рәхмәт һәм Хәлил уҡыусылары интернет селтәре үткәрәсәктәр, ә Хәмит мәктәбе уҡыусылары спорт инвентаре алырға планлаштырған. Советтар Союзы геройы Г.Т. Васев исемен йөрөткән Михайловка мәктәбе балалары "Әбйәлил батырҙары" проекты буйынса заманса, күп функциялы тренажерҙар залын йыһазландырыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Афарин балалар!                                                                                                                                                                                                                                 

Ләйсән Яхина, мәғариф бүлегенең баш белгесе:

ШКИБ уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн бюджетҡа һәм мәктәп мөхитен формалаштырыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итеү процесында әүҙем ҡатнашыу өсөн уникаль мөмкинлек бирҙе. Беҙҙең уҡыусыларға ҡарарҙар ҡабул итеү, планлаштырыу һәм проекттар менән идара итеү оҡшай һәм киләсәк тормошҡа әҙерләнеүҙәренә лә булышлыҡ итә. Проекттар яҙып, тормошҡа ашырыу мәктәп инфраструктураһын яңыртыуға, яңы ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыу, заманса уҡыу саралары һәм технологиялар булдырыу баларҙы дәртләндерә. ШКИБ уҡыусыларға ҡарарҙар ҡабул итеүҙә әүҙем ҡатнашыу, мәктәп сәйәсәтенә йоғонто яһау һәм проекттар һәм инициативаларҙы тормошҡа ашырыҙа турана-тура ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. Уҡыусылар, үҙҙәренең идеялары һәм тәҡдимдәре әһәмиәтле булыуын һәм тормошҡа ашырылыуын күреп, үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлегендә уңыштарға ынтылыш ала.  

 

Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас