Асҡар ауылында полилингваль күп профилле мәктәп төҙөлөшө әүҙем дауам итә. 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп "Көнсығыш-1" биҫтәһендә урынлашҡан 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаһы бинаһы һәм территорияһы тулыһынса әҙер, 2024 йылдың декабрендә мәктәпкәсә белем биреүгә лицензия алынды. Балалар баҡсаһында кейенеү, уйын бүлмәләре, бәҙрәф, һигеҙ төркөмгә кәрәкле мебель менән йоҡо бүлмәләре, шулай уҡ медицина кабинеты, изостудия, әҙерлек класы, музыка һәм спорт залдары, сенсор бүлмәһе ҡаралған. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн һаҡ-янғын һүндереү системаһы һәм видеокүҙәтеү ҡуйылған.
Мәктәп бинаһы бер нисә блоктан тора: спорт, гимнастика һәм тамаша залдары блогы, шулай уҡ сәнғәт мәктәптәре; өсөнсө ҡатта башланғыс мәктәп блогы; дүртенсе ҡатта урта мәктәп блогы урынлашҡан. Әлеге ваҡытта стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе штукатурлау һәм буяуға әҙерләү, йылытыу системаларын, һыу үткәргесте, вентиляцияны һәм яҡтыртыуҙы монтажлау, шулай уҡ стеналарҙы плитка менән көпләү һәм керамик гранит коридорҙар ҡороу буйынса эштәр алып барыла. Спорт һәм тамаша залдарын монтажлау, шулай уҡ тышҡы йылытыу һәм стеналарҙы тышлау дауам итә. Мәктәп территорияһында физкультура-спорт һәм уйын зоналары булдырыласаҡ, шул иҫәптән 230 метр оҙонлоҡтағы йомшаҡ япмалы йүгереү юлы, футбол майҙаны һәм баскетбол өсөн майҙансыҡ ҡаралған. Асфальт-бетон юлдарҙы һалыу һәм территорияның бер өлөшөндә ҡойма ҡуйыу буйынса эштәр башҡарыла. Шулай уҡ ҡайнар һыу етештереүҙе һәм биреүҙе тәьмин иткән үҙ ҡаҙанлығы эшләйәсәк.
Мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу 15 авгусҡа тиклем планлаштырылған, был төбәктең мәғариф инфраструктураһы өсөн мөһим ваҡиға буласаҡ.
Люциә Фәхретдинова, 1-се Асҡар урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы:
Полилингваль мәктәп белем алыуҙың уңайлылығы һәм үҫеше өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Был мәктәп төрлө предмет өлкәләрендә киңәйтелгән уҡыу программаһын үтеү мөмкинлеген бирә. Уҡыусылар шәхси ихтыяждарына ярашлы шөғөлләнә ала. Полилингваль нигеҙҙә уҡытыу предмет, мәҙәни-ара уҡытыу өлкәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә, дөйөм тел әҙерлеген камиллаштырыу, сит телде өйрәнеүҙә мотивацияны арттыра. Районда бындай мәктәп асылыуы бик ҡыуаныслы. Беҙҙә талантлы балалар күп. Был мәктәп бөтә балаларға ла үҫешергә мөмкинлек бирә.