Был проект уҡыусыларҙың мәктәп мөхитендәге конкрет проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән инициативаһы менән тормошҡа ашырылды. ШкИБ проектыярҙамында кабинет матди-техник яҡтан замансаҡорамалдар менән йыһазландырылды.
— «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә мәктәптәрҙең предмет кабинеттарын йыһазландырыу ҡаралған. 2025 йылда мәктәптәрҙең «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре», «Хеҙмәт» предмет кабинеттары өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Йыһазландырыу модернизацияһы тап ошо предметтарҙан башланасаҡ. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн 203,5 миллион һум бүленгән,– тип белдерҙе үҙенең сығышында Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры И. М. Мәүлетбирҙин.
Кабинетҡа лазер тиры Стрелок-2СБ (КМ) кире ҡағыу һәм проекцияланған бер-нисә мишень алынды. Калашников АК-74 автоматы һәм ММГ АК- 74М макеты, уҡыу патрондары һәм практик дәрестәр өсөн имитация гранаталары, йөрәк-үпкә һәм мейе реанимацияһы тренажеры Т11, Максим II-01 йыһаздары менән тулыландырылды. Һаҡланыу өсөн костюмдар һәм хәрби әҙерлек нигеҙҙәре буйынса уҡыу материалдары ла бар.
Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Илнур Илһамов:
— Беҙ модернизацияның ОБЖ һәм хеҙмәт предметтарынан башланыуын хуплайбыҙ, сөнки ошо дәрестәрҙә йәш быуын Тыуған илен яратырға һәм яҡларға, ҙур һәм бәләкәй Ватан мәнфәғәтендә эшләргә өйрәнә. Яңыртылған кабинет уҡыусыларҙа Ватанды һаҡлауға әҙерлекте формалаштырыуға булышлыҡ итер һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек өсөн бик яҡшы старт майҙансығы булыр, тип ышанам. Ошондай кабинет асыу патриотизм тәрбиәләүҙә һәм йәштәрҙең үҙ иленә хеҙмәт итергә әҙерлегендә мөһим аҙым булып тора.