Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
21 Март , 11:55

Дәүләт мәктәбендә спорт залы асылды

Башҡортостан мәктәптәрҙе йыһазландырыу буйынса лидерҙар иҫәбендә: Рәсәй Федерацияһы буйынса дүртенсе урында, Волга буйы федераль округында беренселә.  

Дәүләт мәктәбендә спорт залы асылды
Дәүләт мәктәбендә спорт залы асылды

Дәүләт урта мәктәбендә спорт зал асыу тантанаһын мәктәп коллективы, уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Капиталь ремонт үткән, яҡты, йыһазландырылған спорт  залында уҡыусылар, йәш спортсылар ҡунаҡтарҙы сағыу сығыштары менән ҡаршы алды. Тантанала Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры Артем Ковшов, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь-хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Мәхийәнов, район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева, Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы Фәнгиз Искәнйәров, подрядсы– “Сатурн” ЯСЙ директоры Фаил Бердин, "Высота" ЯСЙ директоры Венер Йосопов һәм башҡалар ҡатнашты.

  Республика бюджеты иҫәбенә капиталь ремонт үткән спорт залында балаларға физик яҡтан үҫешергә шарттар булдырылған. Район хакимиәте ярҙамы менән баскетбол сеткаһы, саңғылар, туптар һаҡлар өсөн ҡулайлама алынған. "Высота" ЯСЙ-һы директоры Венер Йосопов бағымсылыҡ иткән, уның ярҙамында волейбол сеткаһы һәм туптар алынған. Венер Раил улы үҙе уҡыған Таштуй мәктәбенә, уҡытыусыларына иғтибарлы, даими ярҙам итеп тора, әле лә ул үҙенең уҡытыусыһы, хәҙер Дәүләт мәктәбе директоры Ислам Сәлиховтың мөрәжәғәтен ситкә ҡаҡмаған. Ошондай рәхмәтле уҡыусылар мәктәптәргә бик кәрәк! В. Йосоповтың был ғәмәле ихтирамға лайыҡ.

Ҡапҡаға беренсе тупты индереү хоҡуғы И. Т. Нафиковҡа, А. В. Ковшовҡа, И. И. Салиховҡа тапшырылды. Ошо туп менән етәкселәр яңы еңеүҙәргә старт бирҙеләр.

   Мәктәп балалар ойошмаһы президенты Нургиз Шаһимәрҙәнов:

–Республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм был маҡсатты тормошҡа ашырырға  ярҙам иткән барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе бедерәбеҙ. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары спортта күп кенә еңеүҙәргә өлгәште. 60 уҡыусы милли “Көрәш” спорты менән шөғөлләнә, уларҙың күптәре Башҡортостан, Рәсәй, Урал аръяғы чемпиондары. Уҡыусылар киләсәктә лә спорт менән ныҡлап шөғөлләнәсәк һәм тағы ла күберәк еңеүҙәр килтерәсәк. Спорт зал беҙгә бик кәрәкле ине, хәҙер спорт яратыусыларға яңы шарттарҙа шөғөлләнергә мөмкинселек бар, беҙ спортзалды һаҡлап тотонасаҡбыҙ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: