Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
28 Март , 16:25

Мәктәптәргә яңы ҡорамалдар алынасаҡ

2025 йылда Башҡортостан мәктәптәре «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә ОБЖ һәм хеҙмәт кабинеттары өсөн яңы ҡорамалдар аласаҡ. Был маҡсатҡа 203,5 миллион һум бүленгән.

Мәктәптәргә яңы ҡорамалдар алынасаҡ
Мәктәптәргә яңы ҡорамалдар алынасаҡ

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Яңы ҡорамалдар комплектын 689 муниципаль һәм 22 дәүләт мәктәбе аласаҡ. Башҡортостан был маҡсатҡа финанслау күләме буйынса илдә дүртенсе Һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды алды.

Хеҙмәт кабинеттары заманса фрезер, лазер һәм ағас эшкәртеү станоктары, инструменттар, тегеү машиналары, электр плитәләре һәм аш-һыу бүлмәһе ҡулайламалары менән йыһазландырыласаҡ.

Технология дәрестәре «Робототехника» модуле менән тулыландырыласаҡ. Дәрестәр үткәреү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса йыйылмалар, БПЛА-ның осоу симуляторҙары, цифрлы лабораториялар, 3D-принтерҙар һәм интерактив ҡорамалдар һатып алынасаҡ.

Автор:
Читайте нас: