Мәғариф
2 Апрель 2025, 07:20

«Ғилем» олимпиадаһы башланды.

11.00 сәғәттә Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында «Ғилем» олимпиадаһының район этабы башланды. Был олимпиада район тарихында беренсе тапҡыр үткәрелә.

«Ғилем» олимпиадаһы башланды.«Ғилем» олимпиадаһы башланды.
«Ғилем» олимпиадаһы башланды.

Олимпиада химия, физика, математика, башҡорт теле предметтарынан «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү Фонды һәм Әбйәлил районының мәғариф бүлеге тарафынан «Салауат» ЯСЙ ярҙамында уҙғарыла.
Беренсе этапҡа 1632 бала теркәлгән, уларҙың 315-е финалсы булған. Уҡыусылар олимпиадаға яҡшы кәйефтә килгәндәр, һәр уҡыусыға ойоштороусыларҙан бүләккә рюкзактар тапшырылды. Еңеүселәр иртәгә билдәле буласаҡ.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас