Мәғариф
3 Апрель 2025, 09:15

"Ғилем" олимпиадаһында башҡорт теленән еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр

"Ғилем" олимпиадаһының икенсе турында еңеүсе уҡыусыларҙы һәм уларҙы әҙерләнгән уҡытыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.

"Ғилем" олимпиадаһында башҡорт теленән еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр"Ғилем" олимпиадаһында башҡорт теленән еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр
"Ғилем" олимпиадаһында башҡорт теленән еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр
"НефтеПолис" инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Йәһүҙин Фәнүр Тайып улы һәм район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙыева башҡорт теле олимпиадаһында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр.
Бөтәһе 45 уҡыусы бүләкләнде. Уҡытыусыларға йыл әйләнәһенә ай һайын ун мең һум премия түләнәсәк.
Был сарала ҡатнашыусылар олимпиаданың ойоштороусылары – "Нефтеполис" инженер мәктәптәрен үҫтереү фондына, район мәғариф бүлегенә, "Салауат" ЯСЙ-һына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Мәликә Хужина, Рания Билалова, Гөлсинә Байғәҙәмова, Яҙгөл Абдуллина беренсе урынды яуланылар.
Карина Өмөтҡужина, Гөлсиә Мөхәмәтйәнова, Рита Диярова, Ләйсән Рәхмәтуллина 2-се урынды алдылар.
Миләүшә Шаһивәлиева, Дилара Ғәбитова, Азалия Бикйәнова, Нәркәс Салауатова 3-сө урында билдәләнделәр.
Уҡытыусыларҙың эше лайыҡлы баһаланды. Олимпиада еңеүселәрен әҙерләгән уҡытыусылар Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы Билалова, Ләйсән Әхмәт ҡыҙы Өмөтҡужина, Наилә Камил ҡыҙы Ғибәҙәтова, Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы Абдуллина, Лилиә Мөхәмәт ҡыҙы Зәйтүнова, Зөлфиә Наил ҡыҙы Сәлмәнова, Лилиә Вәдүт ҡыҙы Йомағужина, Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова, Гөлсөм Ишморат ҡыҙы Ғәзизова сертификаттар менән бүләкләнде.

"Ғилем" олимпиадаһында башҡорт теленән еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр
"Ғилем" олимпиадаһында башҡорт теленән еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас