Мәғариф
4 Апрель 2025, 06:34

Хәрби әҙерлектең төп күнекмәләре

Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәрестәрендә (ОБЗР) Т.Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында  уҡыусылары төп строй әҙерлеген үҙләштерә, тактика нигеҙҙәрен өйрәнә, карталар менән эшләргә һәм урында йүнәлеш алырға өйрәнә.

Һәр гражданин өсөн тыуған илдең әһәмиәте тураһында белем ала. Балалар башланғыс хәрби әҙерлек менән сифатлы шөғөлләнә алһын өсөн, электрон тирҙа уҡыу ҡоралдары, ҡул гранаталары, АК 74 макеты, шулай уҡ беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн тренажор-манекендары менән практик дәрестәр үткәрелә.

ОБЗР дәрестәре уҡытыусыһы Салауат Сәлимйән улы Абделмәнов:

 - ОБЗР дәрестәрендә балалар шулай уҡ ҡырағай тәбиғәттә йәшәү нигеҙҙәрен өйрәнә, улар тәбиғи техноген һәм социаль характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен дөрөҫ тоторға, зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтергә белергә тейеш. Төрлө хәл-ваҡиғаларҙа юғалып ҡалмаған, ҡыйыу, белемле патриоттарҙы тәрбиәләү беҙҙең беренсе бурысыбыҙ. Мәғарифты модернизациялау тап ОБЖ һәм хеҙмәт дәрестәренән башланыуы дөрөҫ сәйәсәт.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас