Олимпиаданың маҡсаты уҡыусыларҙы сәнәғәт тармағына ҡыҙыҡһындырыуға йәлеп итеү һәм башҡорт телен һаҡлауға йүнәлтелгән. Уның тәүге этабы 25 - 30 мартта онлайн рәүештә үтте. Бында 1 632 уҡыусы үҙҙәре һайлаған предмет буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙе. Шуларҙың 315-е финалға үтте һәм үткән аҙнала гимназияла үҙҙәренең көсөн яңынан
һынаны. Уларҙың иң-иңдәре тәбрикләү тантанаһына саҡырылды.
Белемдәрен барларға килгән һәр уҡыусы сертификат һәм махсус рюкзактар, уҡыу кәрәк-яраҡтары менән
бүләкләнде. Еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусыларға 120 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.
— Мин бөгөн башҡорт теленән олимпиадала ҡатнаштым. Туған телемде яратып өйрәнәм, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашам, шуға күрә лә бөгөнгө һынау ауыр булманы. Барыһын да теүәл үтәнем һәм призлы урын алдым. «Ғилем» олимпиадаһы миңә бик оҡшаны, артабан да был башланғыс дауам итеренә ышанам, — тип кисерештәре менән бүлеште Ишҡол урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Нәркәс Салауатова.
Олимпиадала башҡорт теле уҡытыусылары мул уңыш «йыйҙылар». Ташбулат мәктәбенән Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы Билалованың ике уҡыусыһы Мәликә Хужина һәм Рания Билалова
беренсе урынды яуланы, Хәмиттән Илһөйәр Рифғәт ҡыҙы Абдуллина әҙерләгән уҡыусылар Яҙгөл Абдуллина беренсе, Гөлсиә Мөхәмәҙиева икенсе урынға лайыҡ булдылар, ә Буранғолдан Нәйлә Камил ҡыҙы Ғибәҙәтованың уҡыусылары Миләүшә Шаһивәлиева менән Дилара Ғәбитова икеһе лә өсөнсө урынды яуланылар.
Физика фәнендә Буранғол мәктәбе уҡытыусыһы Рәфҡәт Әсғәт улы Хәсәновтың ике уҡыусыһы: Алмир Хөсәйенов беренсе, Артур Тайыпов өсөнсө урынға өлгәште. Яҡшы һөҙөмтәләр өсөн бөтәһе 45 уҡыусы бүләкләнде.
Уҡытыусылар исеменән Ташбулат урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илсиә Билалова рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Минең ике уҡыусым еңеүгә өлгәште, уҡыусылар район күләмендә белемдәрен тағы бер тапҡыр иҫбатлауына бик шатмын. Уҡытыусының ауыр эшен тейешле баһалаған өсөн «Ғилем» олимпиадаһын ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Сәнәғәт өлкәһе белгестәренә кәрәкле физика, математика, химия фәндәре менән башҡорт телен дә бер рәткә ҡуйыу беҙҙең өсөн мәртәбәле хәл. Был тәүге тапҡыр үткән башланғыс артабан да дауам итер, үҫешер тип ышанабыҙ, — тине Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы.
Иң күп еңеүселәр әҙерләгәндәр иҫәбендә Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан һәм Буранғол урта мәктәбенән булды, улар дүртәр еңеүгә өлгәште. Өсәр еңеүсе менән Әбделмәмбәт, Яңы Балапан, Таштимер, Ишҡол, Ташбулат, Хәмит, Сиҙәм мәктәптәре уҡыусылары уҡыу-уҡытыу сифатының юғары кимәлдә булыуын иҫбатланы. Амангилде, Красная Башкирия, Күсем руднигы уҡыусылары икешәр призлы урындар алып ҡайтты. Уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға алда яңы үрҙәр юлдаш булһын!