

Осрашыуҙа химия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы доценты, республика инженер лицей-интернатының (РИЛИ) химия һәм республика олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы уҡытыусыһы Айнур Мансур улы Ғүмәровтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Үткән йылдың февраль айындағы традицион осрашыуҙа «Ишҡол мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙың ассоциацияһы» булдырыла. Ошо мәктәпте тамамлаған шәхси эшҡыуар Айтуған Фәттәховты бер тауыштан ассоциацияның рәйесе итеп һайлайҙар.
Ассоциация икенсе йыл эшләй, ойошманың әүҙем вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар — Айтуған Фәттәхов, Илшат Мөхәмәтдинов, Рөстәм Махийәнов, Илгиз Солтанов үткән уҡыу йылында һәләтле балаларҙы дәртләндереү маҡсатында ҙур ярҙам күрһәткәндәр. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн, фәнниғәмәли конференцияларҙа еңгән әүҙем уҡыусыларға премиялар тапшырғандар.
Ассоциация рәйесе Айтуған Рамаҙан улы матди ярҙам менән генә сикләнмәйәсәген, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек эштәрен ойошторорға ла ярҙам итәсәген, һәләтле балаларҙың үҫешенә шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әлеге ваҡытта математика, физика, химия фәндәренән һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн көстәрҙе һәм ресурстарҙы берләштереү, педагогтарҙың квалификацияһын үҫтереү, фәнни-методик ярҙам ойоштороу маҡсатын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эш башланған.
— Ауыл мәктәбендә уҡыған балаларға өҫтәлмә белем биреү өсөн Ишҡол мәктәбе базаһында математика, физика, химия һәм башҡа фәндәрҙән РИЛИ белгестәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙе ойоштороу ниәте менән эш башланыҡ. Ошо идеяны тормошҡа ашырыу өсөн осрашыуға Башҡортостандың Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы вәкиле, химия буйынса Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика олимпиадалары еңеүселәрен әҙерләүсе, ошо фәндән БДИ-ны йөҙ балға тапшырыусы уҡыусылар остазы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Айнур Мансур улы Ғүмәровты һәм уның төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөгән уҡыусыларын саҡырҙым,– тип һөйләй Айтуған Рамаҙан улы.
Осрашыу барышында Айнур Мансур улы аудитория менән йәнле һөйләшеү алып барҙы, уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә бик күп файҙалы мәғлүмәт бирҙе. Миңә лә уның менән фекер алышыу мөмкинлеге булды.
— Бөгөн һәләтле балалар хаҡында хәстәрлек күреү — ул киләсәктә Рәсәйҙең фән, мәҙәниәт һәм социаль тормошон үҫтереүгә ынтылыш. Әлеге ваҡытта һүҙ төбәк кимәлендә генә түгел, муниципаль, мәктәп кимәлендә лә берҙәм фәнниметодик һәм мәғлүмәт киңлеген булдырыу хаҡында бара, — тине ул. — Республикала инновацион дөйөм белем биреү ойошмаларының ярайһы уҡ һөҙөмтәле селтәре барлыҡҡа килде, шундай майҙансыҡтарҙың береһе — беҙҙең лицей. Лицейҙа һәләтле балалар менән эшләү системаһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм халыҡ уҡытыусыһы Л. Ҡ. Әғәҙуллинаның башланғысы менән барлыҡҡа килде һәм бөгөн уңышлы дауам итә. Лиза Ҡыям ҡыҙы олимпиадала ҡатнашыусылар һәм уларҙы әҙерләүсе педагогтар өсөн абруйлы остаз. Ул 20 йылдан ашыу лицей-интернатта эшләгән һәм бөтә тәжрибәһен ғилемгә ынтылған йәштәрҙе үҫтереүгә бағышлаған практик. Хәҙер уның хеҙмәт емеше булған ғалимдар остазының эшен дауам итәләр, мин дә уның уҡыусыларының береһе булам, — тип үҙ тәжрибәһенән күп миҫалдар килтерҙе Айнур Ғүмәров.
Айнур Мансур улы билдәләүенсә, лицейҙа балалар хатта ял көндәрендә һәм каникулдарҙа ла шөғөлләнә, шул уҡ ваҡытта льготалы туҡланыу, балалар өсөн ял да ойошторолған. Балалар тәрән, төплө белемде бушлай ала. Владивостоктан, Донбастан, Дағстандан артабан үҫешергә, белемен камиллаштырырға теләгән йәштәр килеп уҡыйҙар. Мәҫәлән, Бөрйән районында йәйге мәктәп ойошторолған, унда 100 уҡыусыны һәм 20 студент-уҡытыусыны урынлаштырырлыҡ мәктәп биргәндәр, ауылдарҙан килгән балалар бер урында уҡып, йәшәп белемдәрен камиллаштыралар. Бындай тәжрибәне таратыу өсөн Әбйәлилдә лә компьютерҙар һәм тиҙ интернетлы, йыһазландырылған кабинеттары булған яҡшы база кәрәк.
— Тейешле шарттар булғанда химия, математика, физика, информатика, хатта тәбиғи-ғилми фәндәр менән ҡыҙыҡһынған балалар өсөн бушлай дәрестәр үткәрергә булыр ине, Өфөнән, Мәскәүҙән юғары категориялы белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкинселегем бар. Йәштәр беҙҙең тырышлыҡты күрергә тейеш, уларға ауыл ерендә лә шарттар тыуҙырыу мөһим. Миндә уҡып, ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр араһында әбйәлилдәр ҙә бар. Үтәгән ауылында тыуып үҫкән Әсғәт Йәһүҙиндың уҡытыусыһы мин. Әсғәт Солтан улы 6-сы класты Үтәгән мәктәбендә тамамлаған, артабан беҙҙең лицейҙа урта белем алды. Ул 10-11-се кластар уҡыусылары араһында химия фәненән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ике йыл рәттән еңеүгә өлгәште. Артабан Әсғәт беренсе курстан уҡ химиянан олимпиадаларға әҙерләүсе тренер булып тиҫтерҙәренә ярҙам итте. Өфө дәүләт нефть университетын тамамлағас та тренерлыҡ эшен ташламай, берҙәм дәүләт имтихандарына онлайн әҙерлек курстарын алып бара. Уның кеүек башҡа егеттәр ҙә химия өлкәһендә минең менән бер рәттән ярҙам күрһәтә ала. Уңыштың сере тәүәкәллектә, тырышлыҡта һәм ныҡышмалылыҡта, — тип бәйән итте Айнур Мансур улы.
Шундай ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән, тәжрибәле тренер һәм уның уңышлы уҡыусылары менән осрашыу, артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген булдырған Айтуған Рамаҙан улына һәм осрашыуҙа ҡатнашҡан ҡунаҡтарға Ишҡол урта мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары оло рәхмәтен белдерҙе һәм киләсәктә лә эшлекле хеҙмәттәшлек дауам итер тигән ышаныста ҡалды. Ассоциация ағзалары белем алыуға ынтылып торған балаларға тейешле уҡыу базаһы булдырыу һәм унда бушлай квалификациялы белем биреү идеяһын тормошҡа ашырырҙар, тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә, егеттәр!