Мәғариф
29 Апрель 2025, 04:18

"Беҙҙең заман геройы"

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,Т. Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. Р. Муллахәтова "Беҙҙең заман геройы" проекты сиктәрендә МХО зонаһынан ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан яугир Зөлфәт Латипов менән шайморатовсылар класы (7ш) уҡыусыларының осрашыуын ойошторҙо.

"Беҙҙең заман геройы""Беҙҙең заман геройы"
"Беҙҙең заман геройы"

Зөлфәт Зөлфәр улы шайморатовсыларҙың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды, улар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә алып барҙы. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. З. З. Латипов 1973 йылда Биҡҡол ауылында тыуған. Ташбулат мәктәбен тамамлаған. Полиция ветераны. Тәүгеләрҙән булып мобилизациялана. "Хәрби батырлыҡ өсөн " Шайморатов, "МХО-ла ҡатнашыусыға", "МОХ батальоны" миҙалдары менән бүләкләнгән.
Зөлфәт Зөлфәр улы үҙенең улы Азамат уҡыған класс балалары менән дә осрашты. Таһир Кусимов музейында булды, унда иҫтәлекле яҙыу ҙа ҡалдырҙы.
"Һәр ваҡытта ла белем кәрәк, бер туҡтауһыҙ уҡырға тейешһегеҙ. Бына беҙ, яңылыҡтарҙы өйрәнеү өсөн, һаман да уҡыйбыҙ",—тип кәңәш бирҙе яугир.
Ошондай патриотик тәрбиә биреүсе саралар бөгөн бигерәк тә көнүҙәк.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас