Мәғариф
6 Май 2025, 11:50

Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа

12-13 майҙа Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа. Съезд эшендә 650 кеше ҡатнаша.

Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙаБашҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа
Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа

Әһәмиәтле ҡорға делегаттар һайланды. Съезд эшендә 650 кеше ҡатнаша. Улар – республика дөйөм белем биреү мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм уҡыу программаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре индерелгән күрше төбәктәр вәкилдәре, мәғариф бүлектәренең туған тел буйынса методистары, мәктәп директорҙары һәм балалар баҡсалары мөдирҙәре, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, филология йүнәлеше буйынса белем алыусы студенттар. Туған тел дәрестәренең бәҫен күтәреү, камиллаштырыу, уҡытыуҙағы проблемалар тураһында уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыуҙарға ҡайтып ҡалған сарала Әбйәлилдән 10 делегат ҡатнашасаҡ. Бына улар: 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Л. С. Абдрахманова, Ташбулат мәктәбенән И. М. Билалова, Буранғол мәктәбенән Г. Р. Ғәбитова, Дәүләт мәктәбенән Р. Л. Хәсәнова, район мәғариф бүлеге начальнигы В. С. Абсаҙыева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе З. Р. Ғәлләмова, Дәүләт урта мәктәбе директоры И. И. Сәлихов, Ҡырҙас урта мәктәбе директоры Л. В. Йомағужина, “Тылсым” балалар баҡсаһы (Дәүләт) мөдире Р. Р. Сабитова һәм “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы (Асҡар) мөдире А. Х. Заһитова.

Зиниә Раил ҡыҙы ҒӘЛЛӘМОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы:

Съездың һөҙөмтәһе булырына ҙур өмөттәр бағлайым. Дәүләт кимәлендә башҡорт теленә иғтибарҙы көсәйтеүгә, ыңғаш ҡараш булдырыуға булышлыҡ итһен ине ул.  Башҡорт теле – Башҡортостан Республикаһында икенсе дәүләт теле. Әммә уны ҡулланыу даирәһе бик бәләкәй генә. Телебеҙ туған тел дәресендә генә түгел, башҡа урындарҙа ла яңғыраһын, киң ҡулланылһын ине. Шулай уҡ дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында башҡорт теле буйынса бирелгән имтихан баһаһы уҡыусыларыбыҙҙы республикала ғына түгел, Рәсәй буйынса ла уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙә иҫәпкә алыныуын теләр инем. Телебеҙҙең мәртәбеһен үҙебеҙ күтәрмәһәк, ул башҡа милләттәргә кәрәк түгел. Ошо уй-фекерҙәремде съезда әйтермен тигән ниәттә ҡатнашам был сарала.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, дәреслектәрҙе яңынан нәшер итеү зарурлығы тураһында ла һорау күтәрергә уйлайым. Сағыу итеп биҙәлгән рус теле, инглиз теле дәреслектәре янында башҡорт теленән уҡыу китаптары төҫһөҙ кеүек тойола.Дәреслектәрҙең эстәлеген яңыртыу ҙа мөһим.  

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас