

Башҡортостан Рәсәйҙә белем биреү кластерҙары һаны буйынса алдынғылыҡты биләй. Башҡортостанда «Профессионалитет» программаһы буйынса машиналар эшләү, ауыл хужалығы, педагогика, медицина, тау-байыҡтырыу, химия һәм башҡа тармаҡтарҙа 14 кластер эшләй. Кластерҙар белгестәр әҙерләү өсөн уҡыу йорттарын һәм предприятиеларҙы берләштерә. Башҡортостан Рәсәйҙә уларҙың һаны буйынса алдынғы. «Профессионалитет» программаһы эш биреүселәр һәм уҡыу йорттары араһында уңышлы хеҙмәттәшлеккә юл һала. Төбәктән һәр заявка буйынса 50 миллион һум бюджеттан финанслана, был илдә беренсе урынды биләргә мөмкинлек бирҙе.