

Белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау һәм төҙөү программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә.Республикала 2022 йылдан 2024 йылға тиклем арауыҡта 146 мәктәп ремонтланған. Быйыл тағы ла 35 мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Программа ил башлығы Владимир Путин инициативаһы менән 2021 йылда башланғайны.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль Советы секретары Владимир Якушев һүҙҙәренсә, 2025 йылда президент программаһында илдең 1 277 мәктәбе, 142 балалар баҡсаһы һәм 132 колледжы ҡатнаша. 2024 йылда 1518 белем биреү объекты буйынса капиталь ремонтҡа контракттар төҙөлгән, күптәрендә эштәр башланған. Уҡыу кластары, китапханалар, ашханалар, спорт һәм тамаша залдары ремонтланасаҡ. 2022 йылдан 2024 йылға тиклем президент программаһы буйынса илдә 1 600-ҙән ашыу яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлә һәм балалар баҡсаларында 250 меңгә яҡын урын булдырыла. Капиталь ремонт иһә 5 мең мәктәптә үтә.