

Конкурс йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең 85 төбәгенән 1015 проект конкурстың икенсе миҙгелендә еңеү өсөн премия аласаҡ. Еңеүселәр һаны буйынса рейтингта Башҡортостан Республикаһы лидер булды — беҙҙең төбәктән 74 проект аҡсалата премиялар менән билдәләнде.
Һәм уларҙың береһе – Ҡырҙас ауылы мәктәбе проекты. Проект уҡыусыларҙы патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Мәктәп музейын яңыртыу өсөн мәктәп 485 мең һум аласаҡ! Мәктәп музейын яңыртыу – алға ҙур аҙым. Ҡырҙас мәктәбе, ошо проект ярҙамында, уҡыусыларының ысын патриотик рухын формалаштырыуға ҙур өлөш индерә аласаҡ. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Был ысынлап та лайыҡлы еңеү һәм үҫеш өсөн бик яҡшы мөмкинлек!